Jump to content

Әл-Муъминун сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

23.ӘЛ-МУЪМИНУН (ИМАН КИЛТЕРГӘН КЕШЕЛӘР) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Бәхетле булды мөьминдәр,

2. намаҙҙарында баҫалҡылар,

3. буш һүҙҙәрҙән ситләшеүселәр,

4. зәкәт түләүселәр,

5. үҙҙәренең оят ерҙәрен һаҡлаусылар,

6. ҡатындарынан һәм уң ҡулдары биләгәндән башҡа: улар бының өсөн шелтәләнмәй,

7. бының арғы яғын теләгән кеше — сиктән уҙыусы,

8. һәм аманаттарын һәм килешеүҙәрен үтәүселәр,

9. үҙ намаҙҙарын уаҡытында тотоусылар,


10. бына ошолар инде уариҫтар,

11. фирҙәүесте мираҫ итеп алыусылар, улар унда мәңге торор.

12. Беҙ кешене шыйыҡ балсыҡтың асылынан яраттыҡ,

13. унан һуң Беҙ уны тамсы итеп ышаныслы урынға урынлаштырҙыҡ,

14. унан тамсынан ҡан төйөрө барлыҡҡа килтерҙек, унан ҡан төйөрөнән ит киҫәге барлыҡҡа килтерҙек, ә был киҫәктән һөйәк барлыҡҡа килтерҙек һәм һөйәкте ит менән ҡапланыҡ, унан Беҙ уны икенсе барлыҡҡа килтерелгән нәмә итеп үҫтерҙек. Аллаға — барлыҡҡа килтереүселәрҙең иң яҡшыһына — бәрәкәт!

15. Унан һеҙ бының һуңында үләһегеҙ.

16. Унан һеҙ ҡиәмәт көнөндә [ҡәберҙәрҙән] торғоҙолаһығыҙ.

17. Һәм Беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙҙә ете юл барлыҡҡа килтерҙек. Беҙ мәхлүктәрҙән битараф булманыҡ.

18. Беҙ Күктән кәрәк миҡдарҙа һыу төшөрҙөк һәм уны Ерҙә урынлаштырҙыҡ, һәм уны юҡ итергә лә көсөбөҙ етә.

19. Беҙ уның менән хөрмә һәм йөҙөм ағастарынан баҡсалар үҫтерҙек, һеҙҙең өсөн уларҙа күп емештәр бар, һеҙ уларҙы ашайһыгыҙ,

20. һәм Синай тауынан сыға торған ағас үҫтерҙек, ул ағас ашаусыларға май һәм аш тәмләткес үҫтерә.

21. Һәм хайуандарҙа һеҙҙең өсөн ғибрәт бар: Беҙ һеҙгә уларҙың эстәрендәге нәмәләрҙе эсерәбеҙ, уларҙан һеҙгә тағы күп файҙа бар, һәм һеҙ уларҙы ашайһығыҙ ҙа,

22. һәм улар өҫтөндә һәм көймәлә йөрөйһөгөҙ.

23. Һәм Беҙ Нухты халҡына ебәрҙек, һәм ул: «Эй, халҡым, Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ, Унан башҡа һеҙҙең илаһығыҙ юҡ бит, ҡурҡмаҫһығыҙмы ни?» — тип әйтте.

24. Уның халҡының иман килтермәгән төркөмө әйтте: «Был — беҙҙең шикелле кеше генә бит, ул һеҙҙән өҫтөнлөк алырға теләй. Әгәр Алла теләһә, Ул, әлбиттә, фәрештәләр ебәрер ине, беҙ был турала боронғо ата-бабаларыбыҙҙан ишетмәнек.

25. Был аҡылһыҙ кеше генә бит, бер аҙ уаҡытҡа тиклем көтөгөҙ уның менән [ни булғанын]».

26. Ул: «Раббым, улар мине алдаҡсыға һанағандары өсөн миңә ярҙам ит!» — тине.

27. Һәм Беҙ уға үәхи ҡылдыҡ: «Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа һәм Беҙҙең үәхи буйынса көймә яһа, ә Беҙҙең әмеребеҙ килгәс һәм усаҡ ҡайнағас, унда бөтәһенән дә ишлеләрҙән икене һәм ғаиләңде — быға тиклем улар тураһында Минең һүҙем булғандарҙан башҡаһын — индер. Золом ҡылғандар тураһында Минең менән һөйләшмә, ысынлап та, улар батырыласаҡ!

28. Һин һәм һинең менән булғандар, көймәгә урынлашҡас: «Залим кешеләрҙән беҙҙе ҡотҡарған Аллаға дан!» — тип әйт.

29. Һәм: «Раббым, мине мөбәрәк урынға урынлаштыр, Һин урынлаштырыусыларҙың иң яҡшыһы!» — тип әйт.

30. Ысынлап та, бында аяттар бар, һәм, ысынлап та, Беҙ һынайбыҙ!

31. Унан, уларҙан һуң Беҙ икенсе быуын үҫтерҙек

32. Һәм уларға үҙ араларынан рәсүл ебәрҙек: «Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа илаһ юҡ — ҡурҡмайһығыҙмы ни?»

33. Һәм уның халҡынан иман килтермәгән һәм ахирәт менән осрашыуҙы ялғанға һанаған, һәм Беҙ уларға был донъяла ләззәтләнергә биргән оло дәрәжәлеләр әйтте: «Ул бары тик һеҙгә оҡшаған кеше генә, ул һеҙ ашағанды ашай, һәм һеҙ эскәнде эсә.

34. Әгәр һеҙ үҙегеҙ кеүек кешегә буйһонһағыҙ, ысынлап та, һеҙ зыян күреүселәрҙән булырһығыҙ.

35. Ул һеҙгә, үлеп тупраҡ булғас һәм һөйәккә әйләнгәс, [яңынан терелтеп] сығарылыуҙы үәғәҙә итәме ни?

36. Алыҫ, алыҫ һеҙгә үәғәҙә ителгән нәмә!

37. Беҙҙең был донъя тереклегебеҙ генә бар, беҙ үләбеҙ һәм тереклек ҡылабыҙ, һәм беҙ терелтелмәйәсәкбеҙ.

38. Был — Аллаға ялған уйлап сығарған кеше генә, һәм беҙ уға ышанмайбыҙ!»

39. Ул: «Раббым, улар мине алдаҡсыға һанағандары өсөн миңә ярҙам ит!» — тине.

40. Ул: «Бик аҙ ғына уаҡыттан һуң улар үкенеүселәрҙән булырҙар»,— тине.

41. Хаҡлыҡ менән уларға бик ҡаты тауыш килде, һәм Беҙ уларҙы юшҡын кеүек яһаныҡ. Һәм дөмөкһөн залим халыҡтар!

42. Уларҙан һуң Беҙ икенсе быуындарҙы үҫтерҙек.

43. Һис бер халыҡ әжәлен уҙа алмаҫ һәм [уны] кисектерә алмаҫтар!

44. Унан Беҙ үҙ рәсүлдәребеҙҙе береһе артынан икенсеһен ебәрҙек, өммәткә рәсүле килгән һайын улар уны алдаҡсыға һананылар, һәм Беҙ уларҙы бер-бер артлы ебәрҙек һәм уларҙы хикәйәләр иттек. Дөмөкһөн иманға килмәгән ҡәүем!

45. Унан ебәрҙек Беҙ Үҙ аяттарыбыҙ һәм асыҡ дәлилдәр менән Мусаны һәм уның туғаны Һарунды

46. Фирғәүенгә һәм уның дәрәжәле кешеләренә, әммә улар тәкәбберләнделәр һәм маһайыусы халыҡтарҙан булдылар.

47. Улар: «Нишләп беҙ үҙебеҙ кеүек ике кешегә иман килтерәйек, уларҙың халыҡтары беҙгә ҡол саҡта»,— тинеләр.

48. Улар икеһен дә алдаҡсыға һананылар һәм һәләк ителгәндәрҙән булдылар.

49. Һәм Беҙ Мусаға китап бирҙек — моғайын, улар тура юлдан китерҙәр!

50. Һәм Беҙ Мәрйәмдең улын һәм уның әсәһен аят иттек һәм, улар тыныс торһон өсөн, шишмәле бәләкәй генә тау эргәһендә урынлаштырҙыҡ.

51. Эй һеҙ, рәсүлдәр! Хәләл нәмәләрҙе ашағыҙ, изге эштәр эшләгеҙ, ысынлап та, һеҙ эшләгән нәмәләрҙе Мин белеп торам!

52. Һәм, ысынлап та, был өммәтегеҙ — бер өммәт, һәм Мин — һеҙҙең Раббығыҙ, Минән ҡурҡығыҙ!

53. Улар үҙ дин эштәрен үҙ-ара уаҡ-уаҡ итеп киҫәктәргә айырҙылар, һәр фирҡә үҙендә булған нәмәгә шатлана.

54. Уларҙы уаҡытына тиклем аҙашыуҙарында ҡалдыр.

55. Беҙҙең уларға байлыҡ һәм балалар менән ярҙам итеүебеҙҙе уйлайҙармы икән улар?

56. Беҙҙең уларға яҡшылыҡтар менән ашығыуыбыҙ тип? Эйе, улар белмәй!

57. Ысынлап та, Раббыларынан ҡурҡыуҙан дерелдәп тороусылар,

58. һәм Раббыларының аяттарына иман килтереүселәр,

59. һәм Раббыларына тиңдәш тотмаусылар,

60. һәм биргән нәмәләрен [саҙаҡаларын] биреүселәр, Раббыларына ҡайтасаҡтарынан күңелдәре ҡурҡып тороусылар,—

61. бына ошолар изгелеккә ашығалар, һәм улар уға алданыраҡ етәсәк.

62. Беҙ йәнгә уның көсө еткәнде генә йөкмәйбеҙ, Беҙҙең ҡаршыбыҙҙа хәҡиҡәтте һөйләй торған китап бар, һәм улар йәберләнмәҫ.

63. Эйе, уларҙың күңелдәре ошоға [Ҡөрьәнгә] ҡарата наҙанлыҡ упҡынында, һәм уларҙың бынан башҡа ла ҡылған эштәре бар.

64. Араларынан мул тормош бирелгән кешеләренә Беҙ ғазап менән ҡағылғайныҡ, бына улар ҡысҡырыша-илашалар.

65. Бөгөн аҡырып иламағыҙ инде, ысынлап та, Беҙҙән ярҙам булмаҫ һеҙгә!

66. Һеҙгә Минең аяттарым уҡылған саҡта, һеҙ артка әйләнеп китә торғайнығыҙ,

67. шуның менән тәкәбберләнеп һәм төнгө әңгәмәләрегеҙҙә юҡты һөйләп.

68. Улар был һүҙ [Ҡөрьән] тураһында уйлап ҡараманылармы ни, әллә уларға боронғо ата-бабаларына килмәгән нәмә килдеме?

69. Йәки улар үҙ рәсүлдәрен таныманылармы һәм уны инҡар иттеләрме?

70. Йәки улар: «Ул аҡылдаң яҙған!» — тип әйтәләрме? Эйе, ул уларға хәҡиҡәт менән килде, ә уларҙың күбеһе хаҡлыҡты күрә алмай.

71. Әгәр ҙә хәҡиҡәт уларҙың хыял-теләктәренә ҡарап йөрөһә ине, ул саҡта күктәр ҙә, Ер ҙә һәм уларҙа булған нәмәләр ҙә боҙолор ине. Эйе, Беҙ уларға иҫкә төшөрөү менән килдек, әммә иҫкә төшөрөүҙән йөҙ сөйөрҙөләр.

72. Һин уларҙан хеҙмәт хаҡы һорайһыңмы ни? Раббыңдың хеҙмәт хаҡы яҡшыраҡ бит, һәм Ул — ризыҡ биреүселәрҙең иң яҡшыһы! 73. Һәм һин уларҙы тура юлға саҡыраһың бит.

74. Һәм, ысынлап та, ахирәткә иман килтермәгәндәр — юлдан яҙыусылар!

75. Әгәр Беҙ уларға рәхмәт күрһәтһәк һәм уларға төшкән бәлә-ҡазанан ҡотҡарһаҡ та, улар үҙҙәренең һуҡыр көйө йөрөгән аҙашыуҙарында булырҙар ине.

76. Һәм Беҙ уларҙы ғазап менән тоттоҡ, әммә улар Раббыларына буйһонманылар һәм ялбарманылар.

77. Ә инде Беҙ уларға ҡаты ғазап ҡапҡаһын асҡайныҡ, бына — улар унда өмөтһөҙлөктә.

78. Ул һеҙгә ишетеүҙе һәм күреүҙе, һәм йөрәктәрҙе бар ҡылды; һеҙ аҙ шөкөр итәһегеҙ!

79. Ул һеҙҙе Ер йөҙөнә таратты, һәм Уға йыйылырһығыҙ.

80. Ул терелтә һәм үлтерә, төндөң һәм көндөң алмашыныуы — Унда. Әллә һеҙ аҡылығыҙға алмайһығыҙмы?

81. Эйе, улар элеккеләр әйткәнде әйтте.

82. Улар әйтте: «Беҙ үлеп тупраҡҡа һәм һөйәккә әйләнгәс, ысынлап та, [ҡәберҙәрҙән] торғоҙолорбоҙмо ни?

83. Был беҙгә һәм беҙҙең ата-бабаларыбыҙға элек үәғәҙә ителгәйне инде. Был — боронғоларҙың риүәйәттәре генә бит!» 84. «Әгәр белһәгеҙ, Ер һәм уның өҫтөндәге нәмәләр кемдеке һуң?» — тип әйт.

85. Улар: «Алланыҡы!» — тип әйтерҙәр. «Ысынлап та, аңға килмәҫһегеҙме ни?» — тип әйт. 86. «Ете Күктең Раббыһы һәм бөйөк тәхеттең Раббыһы кем?» — тип әйт.


87. Улар: «Алла!» — тип әйтерҙәр. «Ҡурҡмаҫһығыҙмы ни?» — тип әйт.

88. «Бөтә нәмәгә батшалыҡ кемдең ҡулында, һәм Ул һаҡлай, әммә Унан һаҡлап булмай, әгәр һеҙ белһәгеҙ?» — тип әйт.

89. Улар: «Алла!»— тип әйтерҙәр. «Ни тиклем сихырланғанһығыҙ һеҙ!» — тип әйт.

90. Эйе, Беҙ уларға хәҡиҡәт менән килдек, ә улар алдаҡсы бит!

91. Алла һис бер ир бала алманы, һәм Уның менән [йәнәш] һис бер илаһ та булманы. Юғиһә, һәр бер илаһ үҙе барлыҡҡа килтергәнде алып китер ине, һәм уларҙың бәғзеләре башҡаларынан юғары булып китер ине. Дан Уға,— улар ҡушып һөйләгәндән юғары Ул,—

92. ғәйеп нәмәләрҙе лә, күҙгә күренгән нәмәләрҙе лә белеүсегә; улар Уға тиңдәш яһаған нәмәнән юғары Ул!

93. Әйт: «Раббым, әгәр уларға үәғәҙә иткән нәмәне миңә күрһәтһәң,

94. Раббым, ул саҡта мине залим халыҡтар араһында булдырма!»

95. Ә бит уларға үәғәҙә ителгән нәмәне һиңә күрһәтергә Беҙ ҡөҙрәтлебеҙ.

96. Яманлыҡты яҡшыраҡ нәмә менән кире ҡайтар, уларҙың нәмә сифатлағандарын Беҙ яҡшыраҡ беләбеҙ.

97. Һәм әйт: «Раббым, мин Һиңә шайтандарҙың ҡотҡоһонан һыйынам,

98. һәм мин Һиңә һыйынам, Раббым, улар минең яныма килмәһен өсөн!»

99. Уларҙың берәйһенә үлем килһә, әйтер: «Раббым, ҡайтар мине:

100. бәлки мин үҙемдең ҡалдырған нәмәмдә изгелек эшләрмен». Юҡ һәм юҡ! Был — уның әйткән һүҙе, ә уларҙың артында —улар ҡәберҙән сығарылыу көнөнә тиклем ҡорма тора.

101. Сур өрөлгәс, был көндө улар араһында туғанлыҡ та булмаҫ, һәм улар бер-береһенән һорашмаҫтар ҙа.

102. Үлсәүҙәре ауыр булған кешеләр — бәхетле,

103. ә үлсәүҙәре еңел булған кешеләр — үҙ-үҙенә зыян килтереүселәр, улар йәһәннәмдә мәңге ҡалыр.

104. Уларҙың йөҙҙәрен ут көйҙөрөр һәм улар унда ҡараңғы сырайлылар.

105. Һеҙгә Минең аяттарым уҡыла торған булманымы ни, ә һеҙ уларҙы ялғанға һананығыҙ?

106. Улар әйтте: «Раббыбыҙ, беҙгә бәхетһеҙлегебеҙ өҫтөн булды һәм беҙ аҙашҡан ҡәүем булдыҡ.

107. Раббыбыҙ, беҙҙе бынан [уттан] сығар һәм, әгәр беҙ тағы [аҙашыуҙы] ҡабатлаһаҡ, ул саҡта беҙ залимдарҙан булырбыҙ!»

108. Ул әйтте: «Хур булып унда кире ҡайтығыҙ һәм Минең менән һөйләшмәгеҙ!

109. Минең ҡолдарымдан бер төркөм булды бит, «Раббыбыҙ, иман килтерҙек, беҙҙе ярлыҡа һәм рәхмәт ҡыл, Һин шәфҡәт ҡылыусыларҙың иң яҡшыһы!» — тинеләр.

110. Һеҙ уларҙы мәсхәрә иттегеҙ, һәм һеҙ улар өҫтөнән көлгәндә улар һеҙгә Минең иҫкә төшөрөүемде онотторҙолар.

111. Бөгөн Мин уларға сабырлыҡтары өсөн бүләк итеп уларҙы уңышҡа ирешкәндәр иттем».

112. Ул: «Йылдар һаны буйынса һеҙ Ерҙә күпме торҙоғоҙ?» — тине.

113. Улар: «Беҙ бер көн йәки көндөң бер өлөшөн генә торҙоҡ, әммә һанаусыларҙан һора»,— тинеләр.

114. Ул әйтте: «Һеҙ аҙ ғына торҙоғоҙ, әгәр һеҙ белә торған булһағыҙ.

115. Беҙ һеҙҙе уйын-көлкө өсөн барлыҡҡа килтерҙек һәм һеҙ Беҙгә ҡайтарылмаясаҡһығыҙ тип уйланығыҙмы ни?

116. Алла оло, хаҡ батша, Унан башҡа илаһ юҡ, хөрмәтле тәхеттең Раббыһы!

117. Алла менән башҡа илаһҡа доға ҡылған кешенең быға һис бер дәлиле юҡ, һәм уның хисабы бары тик Раббыһы ҡаршыһында ғына! Кафырҙар бәхеткә ирешмәй!»

118. Һәм әйт: «Раббым, ярлыҡа һәм шәфҡәт ҡыл! Һин — рәхимлеләрҙең иң яҡшыһы!»