100%

Ән-Нур сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

24 Ән-нур сүрәһе

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

1. Беҙ был сүрәне күндереп, ҡанун иттек. Унда асыҡ аяттар индерҙек. Бәлки, һеҙ иҫкә алырһығыҙ.

2. Зина ҡылған ир менән ҡатынға йөҙәр ҡамсы һуғығыҙ. Алла менән әхирәт көнөнә ышана торған булһағыҙ, Алла динендә уларҙы ҡыҙғанмағыҙ. Уларға яза биргәндә бер төркөм мөьмин ҡарап торһон.

3. Зинасы ир зинасы ҡатынға йәки мөшрик ҡатынға ғына өйләнер. Зинасы ҡатын зинасыға йәки мөшриккә генә иргә сығыр. Мөьминдәргә улар — хәрәм.

4. Намыҫлы ҡатынға ғәйеп ташлап, дүрт шаһит килтерә алмаған кешегә һикһән ҡамсы һуғығыҙ. Шунан бер ваҡытта ла уның шаһитлығын ҡабул итмәгеҙ: ул — боҙоҡ кеше.

5. Һуңынан тәүбә итеп, төҙәлгәненән башҡаһы. Сөнки Алла, ысынлап та, ярлыҡаусан, шәфҡәтле!

6. Ә үҙ ҡатынын ғәйепләп, үҙенән башҡа шаһиты булмаған кешегә дүрт тапҡыр, Алла исеме менән ант итәм, һүҙем дорөҫ, тип,

7. бишенсе тапҡыр, алдаһам, Ашаның ҡәһәре үҙ башыма төшһөн, тип ант итеүе шаһитлыҡ була.

8. Ҡатын язаға тарттырылмай — әгәр ул дүрт тапҡыр, Алла исеме менән анг итәм, ирем алдай, тип,

9. бишенсе тапҡыр, уның һүҙе дөрөҫ булһа, Алланың ҡәһәре минең башыма төшһөн тип, ант итһә.

10. Алланың һеҙгә йомартлығы менән рәхмәте булмаһа. Ул ярлыҡаусан, аҡыллы булмаһа, (ни эшләр инегеҙ)!

11.Һеҙгә ялғанлыҡ менән килгән кешеләр — үҙегеҙҙең аранан. Быны үҙегеҙгә яман тип иҫәпләмәгеҙ, юҡ, был һеҙгә яҡшы. Уларҙың һәр береһенә шул гөнаһтың үҙе ҡылған өлөшө төшә. Ә кем шуның ҙурыраҡ өлөшөн алған — уға оло яза!

12.Мөьмин ирҙәр вә мөьминә ҡатындар, нишләп һеҙ шул хәлде ишеткәс, үҙ йәнегеҙ хаҡында яҡшылап уйламанығыҙ ҙа, “Күренеп торған ялған был!” — тип әйтмәнегеҙ.

13. Нишләп шуға дүрт шаһит килтермәҫкә ине? Дүрт шаһит килтермәгән икән, Алла ҡаршыһында улар — алдаҡсы.

14. Донъялыҡта ла, әхирәттә лә Алланың йомартлығы менән рәхмәте булмаһа, һөйләгән (ялған) һүҙҙәрегеҙ өсөн һеҙгә оло яза тейер ине.

15. Бына, һеҙ телгә алаһығыҙ, белмәгән нәмәгеҙҙе ауыҙығыҙ менән һөйләйһегеҙ ҙә, шуны бәләкәй эш тип уйлайһығыҙ, ә Алла ҡаршыһында ул бик оло.

16. Нишләп һеҙгә быны ишеткәс: “Беҙгә был хаҡта һөйләргә ярамай. Алланы паклап маҡтайбыҙ. Был — оло ялган!” — тип әйтмәҫкә ине.

17. Мөьмин икәнһегеҙ, һеҙҙе Алла бындай нәмәгә һис ваҡыт кире ҡайтмаҫҡа өгөтләй.

18. Алла һеҙгә аяттарҙы аңлата. Алла белә, Ул хикмәтле!

19. Иманлылар тураһында нәфрәт уятырлыҡ хәбәр таратырға яратҡан кешеләргә донъялыҡта ла, әхирәттә лә — ғазаплы яза. Алла белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!

20. Алланың һеҙгә йомартлығы, шәфҡәте булмаһа, Ул күндәм, рәхимле булмаһа, (ни эшләр инегеҙ?)

21. Эй һеҙ, иманға килгән кешеләр, шайтанға эйәрмәгеҙ! Кемдер шайтанға эйәрә икән... ул боҙоҡлоҡҡа бойора бит, ярамаған эш ҡуша. Алланың һеҙгә йомартлығы, рәхмәте булмаһа, бер кем дә бер ваҡытта ла (гөнаһтан) таҙарына алмаҫ ине. Ләкин Алла үҙе теләгән кешеһен таҙарта. Алла ишетеп, белеп тора!

22. Йомартлыҡ, муллыҡ эйәһе булған кешеләрегеҙ туғандарына, фәҡирҙәргә, Алла юлын тотоп күскән кешеләргә туҡтауһыҙ бирһен, уларҙы кисерһен, ғәфү итһен. Алланың һеҙҙе ғәфү иткәнен яратмайһығыҙмы ни?

23 Ысынлап та, Алла ғәфү итеүсе, рәхимле!

23. Намыҫлы, тыйнаҡ, иманлы ҡатындарҙы зиналыҡта ғәйепләгән кешеләр донъялыҡта ла, әхирәттә лә ләғнәтле! Уларға — оло яза

24. ҡылған эшенә үҙ теле, үҙ аяҡ-ҡулы шаһит булған көндә.

25. Ул көндә хаҡ дин буйынса Алла уларға тейешле язаһын бирер. Шунда улар Алланың хаҡ икәнен белер.

26. Аҙғын ҡатын — аҙғын иргә, аҙғын ир — аҙғын ҡатынға; саф ҡатын — саф иргә, саф ир — саф ҡатынға. Кеше һүҙенә (яла яғыуына) уларҙың ҡатышы юҡ. Уларға — ярлыҡау һәм ҙур өлөш!

27. Эй һеҙ, иманга килгән кешеләр! Рөхсәтһеҙ һәм сәләмһеҙ үҙ өйөгөҙҙән башҡа өйгә инмәгеҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙгә яҡшы. Бәлки, аңларһығыҙ!

28. Унда берәү ҙә булмаһа, рөхсәт алмайынса инмәгеҙ. Әгәр һеҙгә: “Кире борол!” — тиһәләр, боролоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙгә яҡшы. Алла һеҙҙең ни эшләгәнде белеп тора!

29. Кеше тормаған өйҙә һеҙҙең мөлкәтегеҙ булһа, унда инеү гөнаһ түгел. Алла һеҙҙең йәшерен эшегеҙҙе лә, асыҡ эшегеҙҙе лә белеп тора!

30. Мөьмин ирҙәргә әйт: улар (хәрәмгә) күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын. Улар өсөн был таҙараҡ. Ысынлап та, уларҙың ни эшләгәнен Алла белеп тора!

31. Мөьминә ҡатындарга әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсәге менән япһын. Үҙенең иренән, атаһынан, ҡайнынан, уландарынан, иренең уландарынан, ағай-энеһенән, ағай-энеһенең уландарынан, апай-һеңлеһенең уландарынан, эргәһендәге ҡатындарҙан үҙҙәренең уң ҡулдары биләгән (ҡол) ирҙәрҙән, теләге булмаған хеҙмәтсе ирҙәрҙән, яланғас ҡатындың ни икәнен аңламаған сабыйҙарҙан башҡа кешегә зиннәттәрен күрһәтмәһен. Ниндәй зиннәте бар икәнен белдерерлек итеп аяҡтарын ҡуймаһын. Бөтәгеҙ ҙә Аллаға тәүбә ҡылығыҙ. Эй, мөьминдәр, бәлки, бәхетле булырһығыҙ!

32. Арағыҙҙағы никахһыҙ кешеләрҙе, яҡшы ҡолдарығыҙҙы өйләндерегеҙ. Улар ярлы булһа, Алла Үҙенең йомартлығы менән байытыр. Алланың күңеле киң, Ул белә.

33. Өйләнергә мөмкинлеге булмаған кешеләр Үҙ йомартлығы менән Алла байытҡанға ҡәҙәр түҙеп торһон. Уң ҡулығыҙ биләгән кешеләр (ирек хаҡында) яҙыу алырға теләй икән, яҡшы кеше икәнен белһәгеҙ, бирегеҙ яҙыу. Шунан Алла биргән малығыҙҙан өлөш сығарығыҙ. Сафлығын һаҡларға теләгән кәнизәктәрҙе, донъя теләгенә бирелеп, боҙоҡлоҡҡа этмәгеҙ. Кемдер уларҙы мәжбүр итә икән... мәжбүр иткәндән һуң да Алла ярлыҡаусан, шәфҡәтле бит!

34. Беҙ асыҡ аяттар, элгәрге халыҡтарға бәйле миҫал, тәҡүәлеләргә өгөт күндерҙек.

35. Алла — Күктәр менән Ерҙең нуры. Уның нуры мейес соҡалтаһындағы кеүек. Унда шәм яна, шәме быяла эсендә, быялаһы ынйы йондоҙо һымаҡ. Ул (шәм) мөбәрәк зәйтүн ағасынан тоҡана, ә ағасы көнсығыштыҡы ла, көнбайыштыҡы ла түгел. Уның майы ут теймәҫ борон тоҡанырға тора. Нур өҫтөнә нур! Алла Үҙ нурына теләгән кешеһенә юл күрһәтә. Кешеләргә Алла миҫалдар килтерә. Алла бөтә нәмәне белә!

36. Алла рөхсәте менән төҙөлөп, Уның исеме

37. сауҙа менән, алыш-биреш менән булғанда ла Алланы иҫкә алыу, намаҙ уҡыу, зәкәт биреүҙе онотмаған кешеләр. Улар йөрәге менән күҙ ҡарашы тетрәр көндән ҡурҡа

38. эшләгән эштәренә ҡарап, Алла яҡшыраҡ бүләк бирһен, йомартлығын арттырһын өсөн. Теләгән кешеһенә Алла иҫәпһеҙ ризыҡ бирә!

39. Ә кафырҙарҙың эше сүлдәге сағым (мираж) һымаҡ: һыуһаған кеше уны һыу тип уйлай, яҡын барһа, бөтә ҡылығы өсөн тулы хисап һораған Алланан башҡа бер нәмә лә юҡ икәнен күрә. Ысынлап та, Алланың хисабы тиҙ!

40. Йәки диңгеҙ упҡынындағы ҡараңғылыҡ шикелле: уны тулҡын ҡаплай, тулҡын өҫтөнә тулҡын, уның өҫтөндә болот. Ҡат-ҡат ҡараңғылыҡ. Ҡулын сығарһа, ҡулы саҡ күренә. Алла нур бирмәгән кешегә нур булмаҫ!

41. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге бөтә йән эйәһенең, саф-саф булып осҡан ҡоштарҙың Аллаға тәсбих әйткәнен күрмәйһеңме ни? Һәр береһе үҙ (намаҙын) салауатын, үҙ тәсбихен белә. Ә Алла уларҙың ни эшләгәнен белә!

42. Күктәргә лә һәм Ергә лә Алла — батша! Бөтәһе лә Аллаға ҡайта.

43. Алланың болоттарҙы ҡыуып, бергә йыйып, ҡара болотҡа әйләндергәнен күрмәйһеңме ни? Болот эсенән ҡойоп ямғыр яуғанын күрәһең. Ул Күктән тау төшөрөп, борсаҡ яуҙыра ла, теләгән нәмәһен һуҡтыра, теләгән нәмәһен ҡотҡара. Уның йәшен сатҡыһы күҙ нурын ала яҙа.

44. Алла көн менән төндө алмаш-тилмәш әйләндерел тора. Ысынлап та, күҙе күргән кешегә бында ғибрәт бар.

45. Алла бөтә йән эйәһен һыуҙан яралтҡан. Уларҙың ҡайһы береһе ҡорһағы менән шыуып йөрөй, ҡайһыһы ике аяҡлап, ҡайһыһы дүрт аяҡлап атлап йөрөй. Алла ни теләһә, шуны яралта ала. Ысынлап та, Алла бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле!

46. Беҙ асыҡ аяттар күндерҙек. Теләгән кешеһен Алла хаҡ юлға төшөрә.

47. Улар: “Беҙ Алла менән Уның рәсүленә иман килтерҙек, уларға буйһонабыҙ!” — тиҙәр. Шунан ҡайһы берәүҙәре йөҙ бора. Былары мөьмин түгел.

48. Хөкөм өсөн Алла менән Уның рәсүленә саҡырғанда, уларҙың ҡайһылары быға ҡаршы сыға.

49. Улар яғында хаҡлыҡ булһа, Уның ҡаршыһына баш эйеп килмәҫтәр ине.

50. Уларҙың күңелендә сир бармы, йә улар шиккә төшкәнме, йә Алла менән Уның рәсүле ҡыҫырыҡлар тип ҡурҡамы? Юҡ, улар үҙҙәре залимдар!

51. Ә бит Алла менән Уның рәсүленә хөкөмгә саҡырғанда, мөьминдәрҙең әйткән һүҙе: “Беҙ ишеттек тә буйһонабыҙ!” — тигән һүҙ була. Былар — бәхетле!

52. Алла менән Уның рәсүленә буйһонған, Алланан ҡурҡҡан, тәҡүәле булған кеше уңышҡа иреште.

53. Улар Алла исеме менән тип, Алла бойорһа, мотлаҡ (яуға) сығырға иң көслө ант менән ант итте. Әйт: “Ант итмәгеҙ! Яҡшылыҡ менән буйһоноу (кәрәк). һеҙҙең ни эшләгәнде Алла белә!” — тиең.

54. Әйт: “Аллаға итәғәт ҡылығыҙ, рәсүлгә буйһоноғоҙ! Йөҙ сөйөрәһегеҙ икән, уға — үҙ йөгө, һеҙгә — үҙ йөгөгөҙ. Уға буйһоноғоҙ, хаҡ юлдан барырһығыҙ. Рәсүлдең бурысы — асыҡ итеп еткереү генә,” — тиең.

55. Иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләргә Алла, элгәрге ҡәбиләләрҙе ҡалдырған кеүек, Ер йөҙөндә ҡалдырырға, улар өсөн Үҙе һайлаған динде нығытырға, күргән хәүефтән һуң именлек бирергә вәғәҙә итте. Улар һис бер тиңдәш ҡушмай, Миңә генә ғибәҙәт ҡылыр. Шунан һуң да кемдер кафыр булһа, ул аҙғын!

56. Намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ, рәсүлгә буйһоноғоҙ. Бәлки, рәхмәтле булырһығыҙ!

57. Кафырҙар Ер йөҙөндә ниҙелер хәлһеҙләндерер тип уйлама. Уларҙың барыр ере — тамуҡ! Унда ҡайтыу бик насар нәмә!

58. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡулығыҙ биләгән һәм балиғ булмаған кешеләр һеҙҙең янға керер өсөн һеҙҙән өс тапҡыр рөхсәт һораһын: иртәнге намаҙ алдынан, төшкә яҡын кейемегеҙҙе сискәндә, аҡшам намаҙынан һуң, ошо өс ваҡыт — һеҙҙең яланғас сағығыҙ. Шул ваҡыттарҙан һуң бер-берегеҙгә кереп йөрөү һеҙгә лә, уларға ла гөнаһ булмаҫ. Үҙенең аяттарын Алла һеҙгә шулай тип аңлата. Алла белә, Ул хикмәтле!

59. Балаларығыҙ балиғ булғас, әүәлгеләр һораған кеүек, улар ҙа рөхсәт һораһын. Үҙенең аяттарын Алла һеҙгә шулай аңлата. Алла белә, Ул хикмәтле!

60. Ә иргә сығыуҙан өмөт өҙгән ҡарт әбейҙәр зиннәте менән маҡтанмай, бөркәнгән кейемен сисһә лә, гөнаһ юҡ. Уларҙың тотанаҡлығы үҙҙәре өсөн яҡшы. Алла ишетеп, белеп тора.

61. Һуҡыр, аҡһаҡ, ауырыу кешеләргә лә, үҙегеҙгә лә үҙ өйөгөҙҙә, атайығыҙҙың, әсәйегеҙҙең, ағай-энегеҙҙең, апай-һеңлегеҙҙең, атайығыҙ һәм әсәйегеҙ яғынан туған тейеш кешеләрҙең йәки ҡулығыҙҙа асҡысы булған кешенең, дуҫығыҙҙың өйөндә бергә йәки айырым ултырып ашауҙан гөнаһ юҡ. Кеше өйөнә ингәндә бер-берегеҙҙе Алла ҡушҡан мөбәрәк, яҡшы сәләм менән сәләмләгеҙ. Аяттарын Алла һеҙгә шулай аңлата. Бәлки, аҡылға алырһығыҙ!