Jump to content

Әл-Әнбиә сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев
'

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! 1. Кешеләргә улар менән хисаплашыу яҡынлашты, ә улар битарафтар, йөҙ сөйөрәләр.

2. Уларға Раббыларынан һәр яңы иҫкә төшөрөү килгән һайын улар ҡолаҡ һалалар, әммә уйын-көлкө менән булалар,

3. ғәмһеҙ күңелдәре менән. Һәм залимдар йәшерен кәңәшләштеләр: «Был һеҙҙең кеүек кеше түгелме ни? Күреп тороп сихыр ҡылырһығыҙмы?» — тинеләр.

4. Ул: «Раббым күктәрҙә һәм Ерҙә булған һүҙҙәрҙе белә, Ул ишетеүсе һәм белеүсе»,— тине.

5. Эйе, улар: «Буталсыҡ төштәр генә! Эйе, ул уны ялғанлап уйлап сығарҙы! Эйе, ул шағир! Беренселәре ебәрелгән кеүек, беҙгә лә аят менән килһен!» — тинеләр.

6. Уларҙан алда Беҙ һәләк ҡылған ҡалаларҙың береһе лә иман килтермәне, былар иман килтерерме ни?

7. Һәм Беҙ һиңә тиклем үәхи ҡылып ҡына кешеләрҙе ебәрҙек, әгәр үҙегеҙ белмәһәгеҙ, иҫкә төшөрөү әһелдәренән һорағыҙ!

8. Һәм Беҙ уларҙы аҙыҡ ашамай торған тән итеп яһаманыҡ, һәм улар мәңге лә булманылар.

9. Унан һуң Беҙ уларға биргән үәғәҙәбеҙҙе үтәнек һәм уларҙы, һәм Үҙебеҙ теләгәндәрҙе ҡотҡарҙыҡ, һәм сиктән уҙғандарҙы һәләк иттек.

10. Беҙ һеҙгә китап иңдерҙек, унда — һеҙгә иҫкә алыу,— нишләп һуң һеҙ уйлап ҡарамайһығыҙ?

11. Золом ҡылған күпме ҡалаларҙы емерҙек, һәм уларҙан һуң башҡа ҡәүемдәрҙе килтереп ҡуйҙыҡ!

12. Улар Беҙҙең ғәйрәтебеҙҙе һиҙгәйнеләр, һәм бына — унан ҡасалар.

13. Ҡасмағыҙ, һеҙгә мул итеп бирелгән нәмәгә һәм торлаҡтарығыҙға ҡайтығыҙ — моғайын, һеҙҙән һорарҙар!

14. Улар: «Ҡайғы беҙгә! Беҙ залимдарҙан булдыҡ шул!» — тип әйттеләр.

15. Уларҙың был тауыштары Беҙ уларҙы йәнһеҙ ҡамылға әйләндергәнгә тиклем туҡталманы.

16. Беҙ күктәрҙе һәм Ерҙе, һәм улар араһындағы нәмәләрҙе уйнап ҡына барлыҡҡа килтермәнек бит.

17. Әгәр Беҙ күңел асырға теләһәк, ул саҡта Беҙ уны Үҙ яныбыҙҙа эшләгән булыр инек, әгәр Беҙ уны эшләй торған булһаҡ.

18. Эйе, Беҙ ялғанды хаҡ менән һуғабыҙ һәм ул уны уатып уаҡлай, һәм бына ул юҡҡа сыға, һәм һеҙ [Уға] ҡушып һөйләгәндән ҡайғы һеҙгә!

19. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар ҙа, Үҙе янында булғандар ҙа Уныҡы. Улар Уға ҡоллоҡ ҡылыуҙан һанға һуҡмайынса маһаймайҙар һәм арымайҙар.

20. Улар төндә лә, көндә лә бер туҡтауһыҙ арымай-талмай данлайҙар.

21. Әллә улар терелтә торған илаһтарҙы ерҙән алдылармы?

22. Әгәр унда [Ерҙә һәм Күктә] Алланан башҡа илаһтар булһа, һәләк булырҙар ине. Ә тәхет эйәһе булған Аллаға дан! Улар ҡушып һөйләгәндән юғары Ул!

23. Уның ңимә эшләүе тураһында Ул һоралмай, әммә улар һоралырҙар.

24. Әммә улар үҙҙәренә Унан башҡа икенсе илаһтарҙы алдылармы? «Дәлилегеҙҙе килтерегеҙ, был — минең менән булғандарға ла, миңә тиклем булғандарға ла иҫкә төшөрөү. Эйе, уларҙың күбеһе хәҡиҡәтте белмәй, һәм улар йөҙ сөйөрәләр»,— тип әйт.

25. Һәм Минән башҡа илаһ юҡ тип үәхи ҡылмайынса Беҙ һинән алда ла рәсүл ебәрмәнек. Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ!

26. Һәм улар: «Әр-Рәхман Үҙенә бала алды»,— тип әйттеләр. Дан Уға! Эйе, былар хөрмәтле ҡолдар!

27. Һүҙҙә улар Уны уҙмай һәм улар Уның бойороғо менән эш итә.

28. Ул уларға тиклем булғанды ла һәм уларҙан һуң буласаҡты ла белә, һәм улар Ул риза булғандарҙан башҡаны яҡламайҙар һәм Уның алдында ҡурҡыуҙан дерелдәп торалар.

29. Улар араһынан: «Унан башҡа мин илаһ!» — тип әйтеүсене Беҙ йәһәннәм менән язаларбыҙ. Залимдарҙы ошолай язалайбыҙ Беҙ!

30. Күрмәнеләрме ни кафырҙар күктәрҙең һәм Ерҙең берләшкән булыуҙарын, һәм Беҙҙең уларҙы айырыуыбыҙҙы, һәм һыуҙан һәр төрлө нәмәләр яһауыбыҙҙы? Улар иман килтермәҫтәрме икән ни?

31. Беҙ Ер өҫтөңдә ныҡ тороусыларҙы яһаныҡ, улар менән тетрәмәһен өсөн, һәм унда юлдар итеп тарлауыҡтар яһаныҡ — моғайын, улар тура юл менән барыр!

32. Һәм Күкте ышаныслы түбә яһаныҡ, ә улар Уның аяттарынан йөҙ сөйөрә.

33. Ул төндө һәм көндө, Ҡояшты һәм Айҙы барлыҡҡа килтереүсе. Улар бөтәһе лә көмбәҙҙә йөҙәләр.

34. Һәм Беҙ һиңә тиклем һис бер кешегә үлемһеҙлекте яһаманыҡ. Һин үлгәс улар мәңге ҡалырмы ни?

35. Һәр йән үлемде татыр. Беҙ һеҙҙе фетнәләү [ҡыҙыҡтырыу] өсөн, яманлыҡ һәм яҡшылыҡ менән һынап ҡарайбыҙ, һәм Беҙгә ҡайтарыласаҡһығыҙ.

36. Һәм кафырҙар һине күргән саҡта мыҫҡыллап: «Ошомо ни инде илаһтарығыҙҙы иҫкә алыусы?» — тинеләр. Ә Әр-Рәхманды иҫкә төшөрөүҙе үҙҙәре кире ҡағалар.

37. Кеше ашығыуҙан барлыҡҡа килтерелгән! Мин һеҙгә Үҙемдең аяттарымды күрһәтермен, ашыҡтырмағыҙ Мине!

38. Һәм улар: «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләй торған булһағыҙ, ҡасан була инде был үәғәҙә?» — тиҙәр.

39. Иман килтермәгән кешеләр үҙҙәренең биттәрен һәм арҡаларын уттан һаҡлап булмай торған мәлде һәм уларға ярҙам булмаясағын белһәләр ине!

40. Эйе, уларға ул көтмәгән саҡта килер, уларҙы аптырашта ҡалдырыр, уны кире ҡағырға көстәре етмәҫ, һәм уларға кисектерелмәҫ тә!

41. Һәм һиңә тиклем булған рәсүлдәрҙән дә мыҫҡыллап көлгәйнеләр, һәм уларҙы мәсхәрәләгән кешеләр көлгән нәмәләренә тарынылар. 42. «Төндә һәм көндөҙ Әр-Рәхмандан һеҙҙе кем һаҡлар?» — тип әйт. Эйе, Раббыларын иҫкә алыуҙан улар баш тарта.

43. Уларҙы Беҙҙән һаҡлаясаҡ илаһтары бармы ни? Улар үҙ-үҙҙәренә ярҙам итә алмай һәм улар Беҙҙән дә ҡотола алмаҫ.

44. Эйе, Беҙ уларға һәм уларҙың аталарына ғүмер сиктәре һуҙылғанға тиклем донъянан файҙаланырға бирҙек. Күрмәйҙәрме ни улар Беҙҙең Ергә уның ситтәрен кәметеп килеүебеҙҙе? Шулай булғас, улармы ни еңеүселәр?

45. «Мин һеҙҙе үәхи менән өгөтләйем-иҫкәртәм генә»,— тип әйт. Уларҙы өгөтләгән саҡта һаңғырауҙар саҡырыуҙы ишетмәй.

46. Һәм әгәр уларға Раббыңдың ғазабының иҫе генә ҡағылһа ла, улар: «Ниндәй ҡайғы беҙгә, беҙ залимдарҙан булдыҡ!» — тип әйтерҙәр.

47. Һәм Беҙ ҡиәмәт көнө өсөн дөрөҫ үлсәүҙәр ҡуйырбыҙ, кеше бер нәмә менән дә кәмһетелмәҫ, ул [эше] хәрдәл орлоғо кеүек кенә булһа ла уны Беҙ килтерербеҙ. Беҙҙең хисапсы булыуыбыҙ еткән!

48. Һәм Беҙ Мусаға һәм Һарунға айырыуҙы [яман менән яҡшы араһында] һәм нурҙы, һәм иҫкә төшөрөүҙе бүләк иттек тәҡүәлеләр өсөн, 49. Раббыларынан йәшерендә ҡурҡып, [ҡиәмәт] сәғәте килеүенән дерелдәп тороусыларға.

50. Бына ошо — Беҙ иңдергән мөбәрәк иҫкә төшөрөү. Һеҙ уны инҡар итәһегеҙме ни?

51. Бынан элек Ибраһимға уның тура юлын бирҙек һәм Беҙ уны белеп тороусыларҙан булдыҡ.

52. Бына ул атаһына һәм үҙ халҡына: «Һеҙ табына торған ниндәй һәйкәлдәр һуң улар?» — тине

53. Улар: «Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың да шуларға табынғандарын күрҙек»,— тинеләр.

54. Ул: «Һеҙ һәм һеҙҙең ата-бабаларығыҙ асыҡ аҙашыуҙа булғанһығыҙ»,— тине.

55. Улар: «Әллә һин беҙгә хәҡиҡәт менән килдеңме? Йәки һин уйнап-көлөүселәрҙәнме?» — тинеләр.

56. Ул әйтте: «Эйе, Раббығыҙ — күктәрҙең һәм Ерҙең Раббыһы, Ул уларҙы юҡтан бар ҡылыусы, һәм мин был турала шаһитлыҡ ҡылыусыларҙан.

57. Һәм Алла менән ант итәм, мин һеҙҙең боттарығыҙға ҡаршы хәйлә эшләйәсәкмен, һеҙ уларҙан йөҙ сөйөрөп йыраҡлашҡандан һуң».

58. Ул боттарҙың ҙурынан башҡаларын киҫәктәргә уаҡланы, моғайын, шунан күрерҙәр тип.

59. Улар: «Беҙҙең илаһтарыбыҙ менән быны кем эшләне? Ул кеше, ысынлап та, залим бит!» — тинеләр.

60. Улар: «Беҙ бер йәш кешенең уларҙы иҫкә алғанын ишеттек, уны Ибраһим тип әйтәләр»,— тинеләр.

61. Улар: «Уны кешеләрҙең күҙ алдына килтерегеҙ, моғайын, ул кешеләр шаһит булыр»,— тип әйттеләр.

62. Улар: «Беҙҙең илаһтарыбыҙ менән һин эшләнеңме быны, Ибраһим?» — тинеләр.

63. Ул: «Юҡ, быны уларҙың олоһо эшләгән, һөйләшә белһәләр, уларҙан һорағыҙ»,— тине.

64. Һәм улар үҙ-үҙҙәренә мөрәжәғәт итештеләр, һәм «Һеҙ үҙегеҙ залимдар бит»,— тиештеләр.

65. Шунан улар тағы ла үҙ баштарына [һүҙҙәренә] кире ҡайттылар: «Һин уларҙың һөйләшмәгәнен беләһең бит»,— тинеләр.

66. Ул әйтте: «Әллә һеҙ Алланан башҡа һеҙгә файҙа ла, зарар ҙа итә алмаған нәмәгә ҡоллоҡ ҡылаһығыҙмы?

67. Һеҙгә лә, һеҙ табынған нәмәгә лә — тфу! Әллә һеҙ уйлап ҡарамайһығыҙмы?»

68. Улар: «Яндырығыҙ уны һәм илаһтарығыҙға ярҙам итегеҙ, әгәр һеҙ эш эшләй торған булһағыҙ!» — тинеләр.

69. Беҙ: «Эй, ут, Ибраһимға һалҡын һәм иҫәнлек бул!» — тип әйттек.

70. Һәм улар уға ҡаршы мәкер ҡорорға теләнеләр, ә Беҙ уларҙы оло зыян күреүселәрҙән иттек.

71. Һәм уны һәм Лутты Беҙ ғәләмдәргә бәрәкәтләгән ергә ебәреп ҡотҡарҙыҡ.

72. Һәм Беҙ, уға бүләк итеп, Исхаҡты һәм Яҡупты бирҙек, һәм уларҙың бөтәһен дә изгеләр иттек.

73. Һәм Беҙ уларҙы, Беҙҙең әмеребеҙ буйынса алып бара торған юлбашсылар иттек, һәм уларға изгелектәр эшләргә, намаҙ уҡырға, зәкәт түләргә үәхи ҡылдыҡ, һәм улар Беҙгә ғибәҙәт ҡылыусы булдылар.

74. Һәм Беҙ Лутҡа хикмәт һәм ғилем бирҙек, уны бысраҡлыҡтар эшләй торған ҡаланан ҡотҡарҙыҡ, ул халыҡтар яман, боҙоҡ кешеләр ине. 75. Һәм Беҙ уны рәхмәтебеҙгә индерҙек: ул изгеләрҙән булды бит!

76. ...Һәм Нухты, ул бынан алда ялбарған саҡта, Беҙ уға яуап бирҙек һәм уның үҙен дә, ғаиләһен дә бөйөк ҡайғынан ҡотҡарҙыҡ.

77. Һәм уны Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаған кешеләрҙән һаҡланыҡ, улар яманлыҡ кешеләре ине, һәм Беҙ уларҙың бөтәһен дә [һыуға] батырҙыҡ.

78. Һәм Дауытты һәм Сөләймәнде, улар кешеләрҙең ҡуйҙары тапаған игенлек тураһында хөкөм итәләр ине, хөкөмдәре уаҡытында Беҙ шаһит булдыҡ.

79. Беҙ был турала Сөләймәнгә фәһем бирҙек, һәм икеһенә лә хикмәт һәм белем бирҙек, бергә тәсбих ҡылһындар өсөн Дауытҡа тауҙарҙы буйһондорҙоҡ, һәм ҡоштарҙы,— һәм Беҙ шулай эшләнек.

80. Һеҙгә бер-берегеҙҙең ярһыуынан, һөжүменән һаҡлай торған көбә кейем яһарға өйрәттек уны. Ә һеҙ шөкөр итәһегеҙме?

81. Һәм Сөләймәнгә, уның бойороғо менән Беҙ бәрәкәтләгән ергә бара торған көслө елде [буйһондорҙоҡ]. Һәм Беҙ бар нәмәне лә белеп торҙоҡ.

82. Ә шайтандарҙан уның өсөн һыуға сумыусыларҙы һәм бынан башҡа эштәрҙе эшләүселәрҙе [буйһондорҙоҡ], һәм Беҙ уларҙы һаҡлай торған булдыҡ.

83. ...Һәм Әйүпте, ул үҙенең Раббыһына: «Миңә бәлә килде, Һин шәфҡәтлеләрҙең шәфҡәтлеһе»,— тип ялбарған саҡта.

84. Беҙ уға яуап бирҙек, уға килгән бәләне ситләштерҙек, һәм уға ғаиләһен һәм улар менән оҡшаштарҙы бирҙек — Үҙебеҙҙән рәхмәт итеп һәм ғибәҙәт ҡылыусыларға иҫкә алыу өсөн.

85. Һәм Исмәғилде, Иҙристе, Зөлкифелде... Улар бөтәһе лә — түҙемлеләрҙән.

86. Беҙ уларҙы рәхмәтебеҙгә индерҙек, улар изгеләрҙән булды.

87. Һәм балыҡ хужаһын, ул, асыуланып китеп, Беҙҙең көсөбөҙ уға етмәҫ тип уйлаған уаҡытта. Һәм ул ҡараңғылыҡта: «Һинән башҡа илаһ юҡ, дан Һиңә, ысынлап та, мин залимдарҙан булдым!» — тип өндәште.

88. Беҙ уға яуап бирҙек һәм хәсрәтләнеүҙән ҡотҡарҙыҡ, иман килтергән кешеләрҙе шулай ҡотҡарабыҙ Беҙ.

89. Һәм... Зәкәриәне... Бына ул Раббыһына: «Раббым, мине яңғыҙ ҡалдырма, Һин уариҫтарҙың иң яҡшыһы бит!» — тип үтенде.

90. Беҙ уға ярҙам бирҙек, һәм уға Яхъяны бүләк иттек, һәм уға ҡатынын [бала табыуға] яраҡлы иттек, ысынлап та, улар яҡшы эштәргә ашығыусы булдылар һәм Беҙгә өмөтләнеп һәм ҡурҡып доға ҡылдылар, һәм улар Беҙҙең алдыбыҙҙа буйһоноусан булдылар!

91. Һәм үҙенең оят ерен һаҡлаған ҡыҙҙы... Беҙ уға Үҙебеҙҙең рухыбыҙҙы өрҙөк һәм уның улын һәм уны ғәләмдәргә аят иттек.

92. Ысынлап та, һеҙҙең ошо өммәтегеҙ — бер өммәт, һәм Мин — Раббығыҙ, Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ!

93. Ә улар үҙ эштәрен үҙ-ара бүлеште: улар бөтәһе лә Беҙгә ҡайтасаҡ.

94. Кем изге эштәр эшләһә һәм иман да килтергән булһа, уның тырышлығы баһаланыр, һәм Беҙ уның исеменә яҙып ҡуйырбыҙ.

95. Беҙ һәләк иткән ҡалаларға тыйыла, улар кире ҡайтмаһын өсөн, [Category:Ҡөрьән]]