100%

Әл-Фурҡан сүрәһе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'


25 — Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап) сүрәһе

(Фурҡан сүрәһе 77 аяттан тора. Был сүрә Мәккәлә ингән. Исеме «Фурҡан» һүҙенән килә, йәғни дөрөҫлөктө ялгандан айыра торған Китап - ул Ҡөръән-и Кәримдер.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Фурҡанды (Ҡөръәнде) ғәләмдәрҙәгеләрҙе киҫәтеүсе (Илаһтың ғазабы менән ҡурҡытыусыһы) булһын тип, ҡолона (Мөхәммәдкә) индергән (Аллаһ) бөйөктәрҙең бөйөге. (2) Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы, һис бер ниндәй бала атаһы бул​маған, хужалығында Үҙенә тиңе булмаған, һәр нәмәне яралтып (юҡтан бар итеп), һәр нәмәгә тәҡдир яҙып, бер тәртипкә килтергән (Аллаһ) бөйөктәрҙең бөйөге.

3. Шуға ла ҡарамаҫтан, Уны инҡар итеп, бер нәмә лә яралтырға ҡөҙрәттәре булмаған төрлө яһалма тәңреләр уй​лап сығаралар. (Уларҙың ул яһалма тәңреләре) үҙҙәре (кеше ҡулы менән йәки Аллаһ тарафынан) яһалған. Ул (меҫкен) боттар, һындар улар өсөн файҙа ла, зарар ҙа килтерә алмай. Йән алырға ла, йән өрөргә лә, мәйеттәрҙе яңынан терелтеп, ҡәбер​ҙәренән ҡубарырға ла уларҙың (яһалма Илаһтарҙың) көсө юҡ.

4. Кәферҙәр әйтте:

— Был (Ҡөръән Мөхәммәд) үҙе уйлап сығарған ялғандан башҡа нәмә түгел. Был эштә уға башҡалар ҙа ярҙам иткән​дер, — тинеләр. Шул һүҙҙәре менән улар мәкерле бер ғәҙелһеҙ​лек ҡылдылар. (5) Әйттеләр:

— Боронғоларҙан ҡалған әкиәттәрҙе ул башҡа берәүгә яҙҙыртып, иртә-кис үҙенә уҡыттырған (да ятлап, хәҙер беҙгә һөйләп йөрөй), — тинеләр. (6) (Уларға) әйт:

— (Ҡөръәнде) күктәрҙәге, Ерҙәге һәм йәшерен, һәм асыҡ серҙәрҙе белеүсе (Аллаһ) индерҙе, — тип. Хаҡтыр, Ул — ярлыҡаусы һәм бик тә мәрхәмәтле. (7) Әйттеләр:

- Ул ниндәй пәйғәмбәр инде, - тинеләр, - беҙҙең кеүек ашай-эсә, үҙе баҙар буйлап йөрөй. Уның менән берәй һаҡсы фәрештә индерелгән булһа (уның киҫәтеүсе пәйғәмбәр икәненә инанған булыр инек) (8) йәки уға (Күктән) бер-бер хазина ҡойол​һа, мул емеш бирә торған баҡсаһы булһа (ул сағында баҙар буйлатып йөрөмәгән булыр ине) үҙенекен ашар ине. Кәферҙәр (мөьминдәргә) әйтте:

— Һеҙ күҙ буяусы, сихырсы кешегә (Мөхәммәдкә) ышана​һығыҙ, - тинеләр. (9) (Эй, Мөхәммәд) ҡара, һинең турала улар нимә генә һөйләмәй. Улар тура юлдан сыҡты. Бынан һуң улар инде тура юл таба алмаҫ.

10. (Аллаһтың ҡөҙрәте) шул ҡәҙәр сикһеҙ, Ул, әгәр ҙә ихтыяр итһә, һиңә быларҙан (кәферҙәрҙең байлығынан, яҡшы баҡсаларынан да) яҡшыраҡ, аҫтынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәт баҡсалары бирер ине, һинең өсөн һарайҙар төҙөр ине.

11. Шулай кәфер (һөйләгәндәре) өҫтөнә улар Сәғәтте (Ҡиәмәтте) ялғанға сығарҙылар. Сәғәтте инҡар иткәндәре өсөн Беҙ уларға хәтәр ялҡынлы тамуҡ әҙерләп ҡуйҙыҡ. (12) Ул (йәһәннәм уты) уларҙы йыраҡтан күреп алыр һәм улар уның тағын да ҡатыраҡ ғәйрәтләнгәнен ишетер. (13) Ҡулдары муйындарына бәйләнгән хәлдә тамуҡтың иң тар еренә таш​ланғас, улар (аһ, беҙ) һәләк булдыҡ, тип аҡырыр. (14) (Ләкин уларға әйтелер):

- Бөгөн (һеҙ) бер тапҡыр һәләк (булыуҙы) юрамағыҙ, күп тапҡырҙар һәләк (булыуығыҙҙы) юрағыҙ.

15. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:

— Был (йәһәннәм) хәйерлерәкме, әллә саф мөьминдәргә вәғәҙә ителгән мәңгелек (йәннәт) яҡшыраҡмы? — тип. — Ул (йәннәт) уларға (мөьминдәргә) бүләк һәм (мәңгелек йәшәү) урыны булыр. (16) Улар шунда мәңге ҡалыр һәм нимә теләһәләр, шул булыр. Бына ошо инде (намаҙҙарҙа, доғаларҙа) Раббынан ялбарып һоралған Сәғәдәт. (17) Ул Көндө Раббы улар​ҙы (кәферҙәрҙе) Аллаһтан башҡа табынған нәмәләре менән бергә йыйыр ҙа әйтер:

— Ошо ҡолдарымды һеҙ аҙҙырҙығыҙмы, әллә улар үҙҙәре юлдан яҙҙымы? — тип һорар.

18. Улар әйтер:

- Аллаһтың кәмселеге юҡ, Ул бар яҡтан да паҡ тип, Һине маҡтайбыҙ. Һине инҡар итеп, башҡа Илаһтарға табыныу беҙгә килешә торған эш түгел. Ләкин Һин уларға һәм улар​ҙың аталарына шул ҡәҙәр мул ниғмәттәр бирҙең, тәүбә итер өсөн уаҡыттарын оҙайттың; ахырҙа улар Һине бөтөнләй онотто һәм улар харап булды, — тип әйтерҙәр.

19. Бына, һеҙ табынғандар һүҙҙәрегеҙҙе ялғанға сығар​ҙы. Әммә, һеҙ өҫтөгөҙҙән ғазабығыҙҙы алдырырға ла, ярҙамға ла өмөт итә алмайһығыҙ. Ҡайһығыҙ залим, (Аллаһтан башҡаны Илаһ итеп табынған булһа), уға хәтәр яза ғазабын татытырбыҙ.

20. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һинән әүүәл ашамай торған, баҙарҙарҙа йөрөмәй торған һис бер Пәйғәмбәр күндермәнек.

(Әй, кешеләр) һеҙҙең бер төркөмөгөҙ алдында, икенсегеҙҙ​е һынар өсөн: был ғазаптарға (ғәҙелһеҙлеккә, тигеҙһеҙлеккә) түҙерҙәрме икән, тип яралттыҡ. Раббың бар нәмәне лә дөрөҫө менән күреп-белеп тороусы.

21. (Ҡиәмәт көнөндә) Беҙҙең менән ҡауышыуға инанмаған​дар әйтер:

— Беҙгә фәрештәләрҙе илсе итеп ебәргән булһаң ине йәки Раббының үҙен күргән булһа инек (иман килтергән булыр инек), — тип (аҡланырға маташырҙар). Хаҡтыр, улар тәкәберләнеп, хәтәр аҙғынлыҡҡа кереп, хаттин ашты (сиктәрҙе уҙҙы). (22) (Яза) фәрештәләре уларға ул Көндө күренеп, һис бер һөйөнөслө хәбәр килтермәҫ. Фәрештәләр:

— (Һеҙҙең өсөн йәннәткә кереү) тыйылған! — тип әйтерҙәр. (23) Иманһыҙҙарҙың мөьминдәргә ҡылған эштәренә килгәндә, уларҙы туҙанға әүерелдереп, елгә осороп ебәрербеҙ.

24. Йәннәткә кергәндәрҙең йәшәйәсәк урыны бик тә яйлы һәм мәңге истирәхәт ҡылыр (ял итеү) өсөн күркәм ер булыр.

25. (Ҡиәмәт) көнөндә болотло Күк урталай ярылыр, унан фәрештәләр ғәскәре Ергә табан төшөр. (26) Ул Көндө барлыҡ батшалыҡ бары тик мәрхәмәтле ярлыҡаусы Аллаһ Тәғәләнеке булыр. Кәферҙәр өсөн ул Көн бик тә хәтәр булыр. (27) Ул Көндө залим кеше (сараһыҙлыҡтан) бармаҡтарын тешләп:

— Их, Пәйғәмбәргә эйәреп, (Аллаһ) юлы буйлап киткән булһам, —тип үкенер.— (28) Ни аяныс миңә, ни үкенес, теге мөртәтте (һынды) дуҫ итмәгән булһа инем. (29) Ул мине зикерҙән (Ҡөръәндән, имандан, Пәйғмбәрҙән) биҙҙерҙе. Шайтан инсан​дың (башына бәлә килгәс) бер яңғыҙын (упҡынға) ташлап ҡасыусы зат икән.

30. Шул саҡ Пәйғәмбәр әйтер:

- Йә, Раббым, минең халҡым, ысындан да, Ҡөръәнде инҡар итте бит.

31. — Беҙ һәр пәйғәмбәргә иманһыҙҙарҙан дошмандар хасил иттек. Тура юлға баҫтырыр өсөн дә, ысын ярҙамсы булараҡ та һиңә Раббың бер үҙе етәр. (32) Ул кәферҙәр әйтте:

— Ни өсөн һин Ҡөръәнде (Тәүрәт менән Инжил кеүек) бер ю​лы индермәнең? — тинеләр.

(Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны һинең күңелеңә (әкренләп кереп, сыҡмаҫлыҡ булһын) яҡшы урынлашһын тип, шулай ҡылдыҡ. Уны аяттан-аятҡа индерҙек.

33. Улар һиңә ниндәй ҙә булһа миҫалға хикәйәт килтерһә, (уға ҡаршы) Беҙ яҡшырағын, аңлатмалары менән һиңә килтерербеҙ. (34) Улар йәһәннәмгә тупланып, йөҙ түбән ҡаплатылыр. Юлдары аҙғынлыҡ ине, урындары ла яман урын булыр. (35) Хаҡтыр, беҙ Мусаға китап бирҙек. Туғаны Һарун​ды уның ярҙамсыһы иттек.

36. — Барығыҙ, — тинек уларға. — Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандар (Фирғәүен халҡы) янына.

(Улар Фирғәүен тоҡомон өгөтләп ҡараны, ләкин иманһызҙҙар иманға килмәне.) Нәтижәлә, уларҙы һәләк итеп бөтөрҙөк.

37. Пәйғәмбәрҙәрҙе ялғанға сығарғандарына күрә, баш​ҡаларға ғибрәт булһын тип, Нух халҡын да һыуға (тайфунға) батырып үлтерҙек. Залимдар өсөн беҙ ғибрәтле язалар әҙерләп ҡуйҙыҡ.

38. Ғәд (Һуд ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Сәмуд (Салих ғәләйһиссәлләм) ҡәүемен дә, Расс (Шөғәйеп ғәләйһиссәлләм) ке​шеләрен дә, улар араһында йәшәп киткән башҡа (гөнаһлы) халыҡтарҙы ла һәләк иттек. (39) (Ғибрәт алһындар, тип) уларҙың һәр береһенә Беҙ миҫаллы хикәйәттәр килтерҙек, (ләкин улар пәйғәмбәрҙәребеҙҙе ялғансыға сығарҙы, ғибрәт алманы) уларҙың барыһын да һәләк иттек.

40. Хаҡтыр, улар (мәккәлеләр Лут пәйғәмбәр халҡының Садум) шәһәрен дауыллы ямғыр килеп тотҡанын күрмәнеләрме ни? (Күрҙеләр, ләкин барыбер Ҡиәмәт көндө) тереләсәктәренә ышанманылар.

41. Һине осратҡанда улар:

— Ошо ла булдымы Аллаһ тарафынан беҙгә ебәрелгән пәйғәмбәр, — тип мыҫҡыллауҙан башҡаны белмә​неләр. (42) — Шуныһы хаҡтыр, әгәр ҙә беҙ уның ҡотортоу​ҙарына ҡаршы ҡаты тормаған булһаҡ, ул беҙҙе табынған тәңреләребеҙҙән биҙҙергән булыр ине, — тинеләр.

Улар оҙаҡламай күрерҙәр, белерҙәр, кем юлдан яҙған, кем тура юлдан барғанын.

43. Үҙенең нәфсеһен (енси ихтыяждарын) тәңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин? Хәҙер инде (Рәсүлем) һин уларҙы яҡларға алынаһыңмы? (44) Әллә һин уларҙың күбеһе, ысынлап та, (һинең өгөтөңдө) тыңлайҙар һәм тәүбәгә килерҙәр, тип уйлайһыңмы? Улар дүрт аяҡлы хайуандарҙан да мәхлүгерәк булып аҙашҡандар.

45. Раббыңдың нисек итеп күләгәне оҙонайтҡанын ҡа​рағаның юҡмы ни? Әгәр ихтыяр итһә, Ул уны (күләгәне) хәрә​кәтһеҙ ҙә ҡалдыра алған булыр ине. Беҙ Ҡояшты уға сәбәпсе иттек. (46) Һуңынан уны (оҙон күләгәне) әкрен-әкрен генә үҙе​беҙҙең янға тупланыҡ. (47) Ҡараңғы төндө Ул һеҙҙең өсөн бер ҡаплауыс итеп яралтты, йоҡоно ял итер өсөн, көндө (иһә яңынан уянып, яҡшы ғәмәлдәр ҡылыр өсөн) яралтты. (48) Ул киң рәхмәтле булараҡ, ҡыуаныс алып килеүсе елдәрҙе яралтты. Күктән саф һыуҙар ағыҙҙы. (49) Үле тупраҡты тер​геҙер өсөн, бик күп кешеләр өсөн яралтҡан хайуандарыбыҙға (үлән-ағас үҫһен, тип) ерҙе һуғарҙыҡ.

50. Хаҡтыр, уйлап ғибрәт алһындар, тип һыуҙы-ямғырҙарҙы кәрәк саҡта, кәрәк урындарҙа ҡат-ҡат яуҙырҙыҡ, әммә уларҙың күбеһе шөкөр итмәне, кәфер булып ҡала бир​ҙеләр.

«Һуңынан ғибрәт алһындар өсөн, был һыуҙы араларында төрлө уаҡыт​тарҙа сиратлап яуҙырҙыҡ. Быңа ла ҡарамаҫтан, кешеләрҙең күбеһе йәнә шөкөр итмәнеләр, кирелектәренән ҡайтманылар.»Талат Кочигит тәфсиренән.

«Хаҡтыр, быны (кешеләр) ғибрәт алһын өсөн, уларға төрлө-төрлө һүрәттәрҙә аңлаттыҡ (йәки: был һыуҙы кәрәгенсә яуҙырҙыҡ). Ләкин кешеләрҙең күбеһе шөкрәнә ҡылаһы урында ҡаршы килделәр (кирелектәренән ҡайтманылар.»

Хәсән Чантай тәфсиренән.

«Тәхҡийҡ, өҫтәге өс аятты Ҡөръәндә һәм башҡа китаптарҙа тәкрар (ҡабатлап) әйттек, кешеләр вәғәзләнһендәр һәм ғибрәтләнһендәр өсөн, кешеләрҙең күберәге вәғәздән һәм ғибрәттәрҙән баш тарт​тылар, мәгәр Ислам ниғмәтен инҡар итеп, кәфер булыуҙан баш тартманылар.»

Шәйх Ноғмани тәфсиренән.

«Хаҡтыр, кешеләр өгөт алһындар өсөн, араларында төрлө-төрлө шәкелдәрҙә аңлаттыҡ, әммә кешеләрҙең күбеһе ҡаршылыҡ менән шөкөр итмәйенсә, кирелектәренән ҡайтманылар.»

Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.

51. (Эй, Мөхәммәд) Әгәр ҙә Беҙ ихтыяр итһәк, (һинең ва​зифаңды еңеләйтер өсөн) һис шикһеҙ, һәр илгә (һәр шәһәргә) киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) күндергән булыр инек. (Ләкин Беҙ һиңә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең иң гүзәл сифаттарын тупланыҡ.) (52) Бер миҙгелгә лә кәферҙәргә бил бирмә һәм шуның менән (Ҡөръән менән) уларға ҡаршы булдыра алғансы ҡаты бул.

53. Ул ике диңгеҙҙе йәнәшә ҡуйҙы. Һыуһынды баҫа торған татлы-сөсө һыу һәм тоҙло-тәмһеҙ һыу йәнәшә аға. Бер-берһенә ҡат​наша алмаҫлыҡ итеп, араларына бәрзах (элпә-фәрҙә, кәртә) ҡорҙо.

(«Ысындан да, донъяла йәнәшә аҡһалар ҙа, ҡушылмай торған төсө һәм тоҙло ағымдар бар, уларҙың араһында йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған бәрзах, тел, таҫма, аралыҡ бар. Дижлә һәм Нил йылғала​рының тоҙло диңгеҙгә ҡойоп та, диңгеҙ эсендә тоҙло һыу менән ҡатнашмайынса ағып барыуҙары быңа миҫал. Ләкин ҡайһы бер шәрехселәр был аят эсендә бөйөк мәғәнә барлығын да әйтәләр. Һыуһынды баҫа торған татлы һыу — ул Ислам, тоҙлоһо иһә башҡа бер дин. Мосолмандар ағымы бар, бар кәферҙәр ташҡыны, ни ҡәҙәр яҡын, йәнәшә йәшәһәләр ҙә был ике дин, был ташҡын мәңге лә ҡушыла алмай»

Хәсән Чантай менән Ибраһим Дөнмәз тәфсирҙәренән )

54. Ул әҙәмде һыуҙан бар ҡылып, уны (үрсемле) нәҫелле итеп яралтты. Раббың — һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә торған Илаһтыр. (55) (Шуға ла ҡарамаҫтан) Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә файҙа ла, зарар ҙа ҡылыр ҡеүәттәре булмаған (һындарға, боттарға) табыналар. Кәфер — Аллаһҡа ҡаршы (көрәшеүсе) шайтанға ярҙамсы.

56. Беҙ һине (мөьминдәргә) биреүсе килтереүсе, (кәферҙәрҙе) ҡурҡытыусы вазифаһынан башҡа сифатта күндермәнек. (57) Әйт:

— Мин был ғәмәлдәрем өсөн һеҙҙән һис бер түләү һорамай​ым, бары тик Аллаһҡа тоғро юл тотарға теләгән кешеләр​ҙе генә эҙләйем, — тип.

58. Үлемһеҙ, мәңге тере (Аллаһ Тәғәләгә) инанып, (Уға) һыйын, Уны тәсбих менән (Сөбхәналлаһү вә әлхәмдүлилләһ, сөбхәналлаһи вә бихамдиһи, тип) данла. Ул бәндәләренең гөнаһ ҡылыуҙарынан хәбәрҙар.

59. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе һәм улар араһында булған нәмәләрҙе алты көндә яралтҡан, һуңынан Ғәрше көрсиҙә хаким булған хөкөмдарҙыр. Ул — Рахмәәндыр, (әгәр ышанмаһағыҙ) был турала хәбәрҙар булғандарҙан һорағыҙ.

60. — Рахмәәнға сәждә итегеҙ, — тип әйткәс, улар:

— Кем һуң ул Рахмәән? (Ни эшләп әле) беҙ һин ҡушҡанға сәждә итергә тейеш? — тинеләр, һәм был (өндәү) уларҙы (иман​дан) йыраҡлаштырҙы ғына.

61. Күктә йондоҙҙар яралтҡан, улар уртаһында бер яҡтылыҡ сығанағы (Ҡояшты) һәм нурлы бер Ай булдырған​дың даны ғәйәт бөйөктер. (62) Фекерләп ғибрәт алғандар өсөн, шөкөр иткәндәр өсөн төн менән көндө сиратлап килтергән дә — Улдыр.

63. Кемдәр Ер йөҙөндә итәғәт менән йөрөй, шулар мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың бәндәләре булыр. Һәм улар наҙан ахмаҡтарҙың әҙәпһеҙлегенә ҡаршы сәләм менән яуап бирә. (64) Улар кистәрен Раббылары ҡаршыһында сәждәгә китеүселәр. (65) Улар:

— Йә, Раббым, беҙҙе йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар. Уның ғазабы ҡот осҡос һәләкәттер, — тип доға ҡыла.

66. Ысындан да, ул (йәһәннәм) йәшәү һәм ғәмәл ҡылыр өсөн бик тә яман урын.

67. Сығым малын тотҡанда (саҙаҡа биргәндә) артығын ҡыланмаған һәм дә бик һаран да булмағандар урталыҡта булыр. (68) Улар Аллаһҡа тиң эҙләмәҫ, башҡаға табынмаҫ. Улар мәжбүрлектән тыш, Аллаһ тарафынан тыйылған эште ҡылмаҫ — хаҡһыҙға әҙәм йәнен ҡыймаҫ, зина ҡылмаҫтар. Ошоларҙы эшләгән кеше гөнаһаһын алыр. (69) Ҡиәмәт көнөндә уларҙың язаһы арта төшәр һәм улар мәңгегә хур булып ҡалыр. (70) Ямандан тәүбәгә килеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккә алмаш​тырыр (ҡылған гөнаһтарын ярлыҡап, сауаплы эшкә күндерер). Аллаһ ярлыҡаусы, бик тә мәрхәмәтле.

71. Тәүбә иткәндәр һәм изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, тәүбәһе ҡабул ҡылынып, Аллаһтың ризалығын алып, Уның янына ҡайтарылыр. (72) Улар ялған шаһитлыҡ итмәҫ, буш һәм тәмһеҙ һүҙ һөйләүселәр янында тормаҫ, әҙәпле рәүештә китеп барырҙар. (73) Улар Раббының аяттарын тыңлағанда (мәғәнәһенә) күҙ йоммаҫ, ишетмәмешкә һалышмаҫтар.

74. Улар әйтер:

— Йә, Раббыбыҙ, күңелдәребеҙҙең ҡыуанысы, күҙҙәребеҙҙең ҡараһы кеүек (затлы, паҡ) ҡатындар һәм балалар бир. Беҙҙе саф мосолман халыҡтарына юлбашсы ит, —ти.

75. Бына быларҙың һәммәһе, ауырлыҡтарға сыҙам, түҙем булғандарына күрә әжер аласаҡ һәм шунда (йәннәттә) оло хөрмәт һәм сәләм менән ҡаршыланасаҡ. (76) Шунда улар мәңгегә ҡаласаҡ. Аһ, ул ниндәй гүзәл урындыр, ул ниндәй рәхәт торлаҡтыр.

77. Әйт:

— Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәгән булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә иғтибар итмәгән булыр ине. Һеҙ дөрөҫтән дә (аяттарҙы) ялғанға сығарҙығыҙ. Тик, һеҙ хәҙер яуап ғазабы тотасакҡһығыҙ, — тип.