Jump to content

Әш-Шуъара сүрәһе

From Wikisource
Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'


26 — Шүғәрә (Шағирҙар) сүрәһе

(Шүғәрә сүрәһе 227 аяттан тора. Бер өлөшө Мәккәлә, икенсе бер өлөшө Мәҙинәлә ингән. 224 нсе аятта шағирҙар тураһында, йәғни мөшриктәр әйткәнсә, Ҡөръән-и Кәримдең ниндәйҙер бер шағир йәки шағирҙар тарафынан түгел, бәлки лә Аллаһ тарафынан хасил ителгәнлеге тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәгә шул исем бирелгән. Баҡара сүрәһенән ҡала ,Ҡөръ​әндең иң оҙон сүрәһе.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Та. Син. Мим. (2) Былар хаҡты (һәм нахаҡты) асыҡлау​сы Китаптың аяттарыҙыр.

3. (Эй, Мөхәммәд) улар иманға килмәй тип, һин үҙеңде харап итер дәрәжәлә ҡайғыраһың. (4) Әгәр Беҙ ихтыяр итһәк, уларҙың башына Күктән бер мөғжизә индергән булыр инек, уларҙың муйыны аҫҡа килгән булыр ине. (5) Сикһеҙ мәр​хәмәтле Аллаһтан ингән һәр аяттан йөҙ сөйөрҙөләр, (6) Хаҡ​тыр, улар (Ҡөръәнде) ялғанға сығарҙы. Уларҙың шулай мәсхәрәле көлөүҙәренең нәтижәһе оҙаҡламай киләсәк. (7) Әллә һуң улар ер өҫтөнә ҡарамайҙармы, күрмәйҙәрме? Шунда һәр нәмәне төрлө-төрлө, парлы-парлы итеп үҫтерҙек. (8) Хаҡтыр, был эштәрҙең ғибрәте лә барҙыр. Ләкин улар​ҙың күбеһе иманға килә торған түгел. (9) Шик юҡтыр, һинең Раббың — мотлаҡ еңеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтлеҙер.

10. Раббың Мусаға әйтте:

— Бар һин залим халыҡ янына, (11) Фирғәүен тоҡомо янына кит. Әле бынан һуң да улар Аллаһтан ҡурҡмаҫтар​мы? — тине.

12. Ул (Муса) әйтте:

- Раббым, улар мине ялғансыға сығарыр, тип ҡурҡам, (13) күкрәгем ҡыҫылыр, телем әйләнмәҫ. Шуға күрә, ярҙамсы итеп, зинһар, Һарунды күндер (уға ла пәйғәмбәрлек бир).

(14) Унан һуң улар ҡаршыһында минең бер ғәйебем бар. Шул сәбәпле, улар мине үлтеререр, тип тә ҡурҡам, — тине.

(«Йәһүдтәрҙе ҡаты рәнйеткән Фирғәүендең ҡыптый тоҡомонан булған бер кешенең айырыуса рәхимһеҙ ҡыланғанына түҙеп тора алмаҫтан, үҫмер Муса шул йәәлләдте үлтерә» Хәсән Чантай тәфсиренән )

15. Аллаһ әйтте:

— Юҡ-юҡ, (үлтермәҫтәр) икегеҙ ҙә аяттарымды алып бары​ғыҙ. Шик юҡ, Мин һеҙҙең менән йәнәшә булырмын. Барыһын да ишетеп торормын, — тине. (16) — Барығыҙ, Фирғәүен янына китегеҙ. Һәм әйтегеҙ: беҙ — ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгән пәйғәмбәрҙәр булабыҙ. (17) Һин Исраил улдарын беҙгә биреп ебәр, тип хәбәр итегеҙ.

18. Ләкин Фирғәүен әйтте:

— Беҙ һине сабый сағыңдан алып, бөгөнгә саҡлы үҙ ара​быҙҙа тәрбиәләп үҫтермәнекме? Һин ғүмереңдең йылдарын беҙҙең арала уҙғарманыңмы? (19) Ҡылаһы яуыз эшеңде лә ҡылдың (бер кешене үлтерҙең), шунан һуң да һин беҙгә рәхмәтле түгелһең (оятһыҙ).

20. Муса әйтте:

— Мин уны яңғылыш үлтерҙем. (21) Һеҙҙән ҡурҡып, ҡасып киттем. Ниһайәт, Раббым миңә хөкөм (ғилем, хикмәт) бирҙе һәм мине (һеҙгә) пәйғәмбәр итеп ебәрҙе. (22) Һин мине шелтәләй торған ул ваҡиға (минең кеше үлтереүем)дең сәбәбе лә һинең Исраил улдарын ҡол итеп,йәберләп тотоуың ине.

23. Фирғәүен әйтте:

— Кем инде ул һинең «ғәләмдәрҙең Раббыһы» ?

24. — Күктәрҙең, Ерҙең һәм улар араһындағы нәмәләр​ҙең Раббыһы — Аллаһ Тәғәлә. Әгәр ҙә һеҙ хәҡиҡәтте бе​лергә теләһәгеҙ (Аллаһҡа иман килтерегеҙ), — тине Муса. (25) (Фирғәүен) ярандарына:

— Ишеттегеҙме? — тине.

26. — Ул һеҙҙең дә, әүүәлге аталарығыҙҙың да Раббыһы, - тине Муса.

27. — Һеҙгә илсе итеп ебәрелгән был Мусаны мотлаҡ ен алыштырғандыр, — тине Фирғәүен. (28) Муса әйтте:

— Әгәр ҙә башығыҙ(ҙа мейегеҙ) булһа, һеҙ Уның Көнсы​ғыш менән Көнбайыш араһында булған бар нәмәнең дә хужаһы икәнен (әллә ҡасан) аңлаған булыр инегеҙ инде.

29. Фирғәүен:— Ант итеп әйтәм, минән башҡа берәүҙе Илаһ итеп алғанһың икән, мин һине зинданға яптырам, — тине . (30) Муса:

— Һиңә ап-асыҡ аңлайышлы, дөрөҫ дәлил килтергән булһамдамы? — тине. (31) — Тура һөйләгәнлегеңә (пәйғәмбәрлегеңә) дәлил килтер, — тине Фирғәүен. (32) Шунда Муса таяғын ергә ташланы, ул йыланға әүерелде. (33) Шунан һуң ул ҡу​лын сығарҙы, уның ҡулы тамашасыларға ап-аҡ (нур) булып балҡый ине.

34. (Фирғәүен) яҡындарына әйтте:

— Шик юҡтыр, был, мотлаҡ, бик оҫта сихырсы, (35) ул һеҙҙе сихыры менән йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға тип кил​гән. Хәҙер нимә эшләтәбеҙ инде быны? — тине. (36)

— Уның үҙен һәм дә туғанын тотҡарлап тор ҙа, (сихырсыларҙы) йыйырға кешеләреңде юлла, — тинеләр кәңәшселәре. (37)

— Улар иң оҫта сихырсыларҙы һинең янға алып килһен.

38. Шулай итеп, (оло байрам көнөндә) билгеләнгән уаҡыт​ҡа бөтөн сихырсылар бер ергә йыйылған ине.

39. — Барығыҙ ҙа йыйылып бөттөме? — тип һоранылар ха​лыҡтан.

40. Әгәр ҙә (сихырсылар) еңһә, бәлки, беҙ уларға эйәрер​беҙ, — тинеләр кешеләр.

41. Ниһайәт, барыһы ла килеп бөткәс, сихырсылар Фирғөүенгә әйтте:

— Уларҙы (Муса менән Һарунды) еңгәс, беҙгә әжере бу​лырмы һуң? — тинеләр.

42. — Әлбиттә, — тине Фирғәүен. — (Һеҙ еңгән) тәҡдирҙә һеҙ минең иң яҡындарымдан булырһығыҙ. (43) Муса уларға әйтте:

— Башта һеҙ ташлайһы нәмәләрегеҙҙе уртаға ташлағыҙ,— тине. (44) Тегеләр бауҙарын, таяҡтарын ергә ташлап:

— Фирғәүендең ҡөҙрәте менән, һис шикһеҙ, беҙ еңәсәк​беҙ, — тинеләр.

45. Муса ла шунда уҡ таяғын ергә ташланы. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, ҡарышҡы таяҡ күҙ асып йомған​сы, тегеләрҙең яһалма йыландарын йотоп бөтөрҙө. (46) Сихырсылар (быны күргәс) шунда уҡ сәждәгә йығылды. (47) Һәм әйттеләр:

— Беҙ ғәләмдәрҙең, Муса менән Һарундың хужаһы булған (48) бер Аллаһҡа иман килтерҙек, —тинеләр.

49. Фирғәүен әйтте:

— Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ уға иман килтерҙегеҙ. Әлбиттә, ул һеҙҙән оҫтараҡ булып сыҡты, һеҙ ҙә унан өйрән​дегеҙ. Ләкин һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ: мин һеҙҙең ҡул-аяҡта​рығыҙҙы арҡылы-торҡоло саптырасаҡмын, һис шикһеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла арҡылы ағасҡа (хасҡа) ҡаҙаҡлатасаҡ​мын, — тине.

50. (Иман килтергәндәр) әйтте:

— Зарар юҡ, беҙ инде Аллаһты таптыҡ. (51) (Фирғәүендекеләр араһында) иң беренсе иман килтергән кешеләр булараҡ: Раббыбыҙ беҙҙең (элеккеге) гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡар, тип өмөт итәбеҙ, — тинеләр.

52. Мусаға уахи аша әмер иттек:

- Бәндәләрем менән бергәләп төнөн юлға сыҡ. Артығызҙҙан ҡыуа сығасаҡтар, — тинек.

53. Ул арала Фирғәүен дә (ғәскәр тупларға) йыйыусыла​рын шәһәрҙәргә ебәрҙе.

54. — Уларҙың (Исраил улдарының, йәһүдтәрҙең) ғәскәре бик әҙ. (55) Улар беҙҙең асыуҙы ҡабартты. (56) Беҙ иһә һәр уаҡыт уяу (һуғышҡа әҙер торабыҙ), — тинеләр.

57. Беҙ уларҙы (Фирғәүен тоҡомон) баҡсаларын, шишмә​ләрен, (58) хазиналарын һәм уңдырышлы тупраҡтарын таш​лап сығырға мәжбүр иттек.

59. Беҙ ул байлыҡтарға Исраил улдарын вәриҫ ҡыл​дыҡ. Беҙ уларҙы (Фирғәүен халҡын) шулай ҡыҙыҡ иттек. (60) Таң атҡанда улар (Фирғәүен тоҡомо Муса менән Һарун етәкселегендәге иман килтергәндәр артынан) ҡыуа сыҡтылар. (61) Ниһайәт, ике ғәскәр (Исраил улдары менән Фирғәүен ғәс​кәре) бер-берһен күргәс, Мусаға эйәрә сыҡҡандар әйтте:

— Бына, ниһайәт, беҙ тотолдоҡ,— тинеләр.

62. - Юк, - тине Муса. — Әлбиттә, Аллаһ минең менән бергәҙер. Ул миңә ҡотолоу юлын күрһәтәсәк, инша'аллаһ. (63) Шунан һуң Беҙ Мусаға:

— Ҡарышҡы таяғыңды диңгеҙгә ташла, — тип уахи иттек. Диңгеҙ шунда уҡ урталай ярылды, ғәләмәт бейек ике һыу тауы хасил булды.

64. Шунан һуң тегеләрҙе лә (ҡыуа сыҡҡандарҙы) бында килтерҙек. (65) Мусаны һәм уның әмерендә булғандарҙы ҡотҡарҙыҡ. (66) Унан һуң тегеләрҙе (ғәскәре менән Фирғәүенде) һыуға батырҙыҡ. (67) Бында, әлбиттә, (аңлағандар өсөн) ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (68) Шуныһы хаҡтыр, ысындан да, һинең Раббың — еңеүсе һәм ярлыҡаусы.

69. Уларға (ғәрәп мөшриктәренә) Ибраһимдың ғибрәт​ле хикәйәһен дә уҡы. (70) Ул атаһына һәм халҡына әйтте:

— Һеҙ нәмәгә табынаһығыҙ? — тине. (71) (Тегеләре) әйтте:

— Боттарға табынабыҙ, — тинеләр, — беҙ уларға көнө-төнө ғибәҙәт ҡыласаҡбыҙ.

72. — Һеҙ ялбарғанда улар һеҙҙе ишетәме? — тине Ибра​һим. (73) —Йәки улар һеҙгә ярҙам итәме, әллә зыян эшләйме?

74. — Юҡ, — тинеләр. — Беҙҙең бабаларыбыҙ шулай табы​на ине, (шуға күрә, беҙ ҙә боттарға табынабыҙ).

75. — Бына хәҙер аңланығыҙмы инде, (76) аталарығыҙ һәм үҙегеҙҙең (булдыҡһыҙ) нәмәләргә табынғанығыҙҙы? (77) Улар (боттар, һындар, таштар) минең ысын дошман​дарым булыр. Ләкин ғәләмдәрҙең Раббыһынан башҡа. (78) Раббым мине яралтты һәм тура юлды күрһәтеүсе лә — Ул. (79) Мине ашатыусы, һыуһынымды баҫтырыусы ла — Ул. (80) Ауырыған сағымда миңә шифа биргән дә — Ул. (81) Ул мине йәнһеҙ ҡалдырасаҡ, һуңынан мине терелтәсәк. (82) Яза көнөндә хаталарымды ярлыҡаясаҡ, тип өмөт иткә​нем дә — Ул. (83) Раббым, миңә хикмәттәр ғилеме бир, мине саф мосолмандарҙан ҡыл. (84) (Минән һуң) килгән быу​ындар мине яҡшылыҡ менән телгә алһындар ине. (85) Мине ниғмәт йәннәтенең вәриҫтәреңдән әйләһәң ине. (86) Атайым​ды ла ярлыҡа, зинһар. Ҡыҙғаныс , ул дөреөҫ юлда түгел ине. (87) Бәндәләреңдең ҡәберҙән ҡубарыласаҡ Көнөндә мине рисуай итмә. (88) Ул Көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. (89) Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел менән инан​ғандар (ул Көндө) бәхетле булыр. (90) (Ул Көндө) саф мосолмандар ғына йәннәткә яҡынлаштырылыр. (91) Йәһәннәм иһә аҙғындарға асылыр.

92. Һәм уларға әйтерҙәр:

— Ҡайҙа һеҙҙең табынғандарығыҙ? (93) Аллаһтан башҡа улар һеҙгә ярҙам итәме? Улар үҙҙәренә үҙҙәре ярҙам итә аламы? (94) Һәм улар ҙа (боттар, һындар ҙа), һәм аҙғындар ҙа (95) һәм Иблис өйөрө лә йәһәннәмгә ташланыр. (96) Шунда улар бер-берһе менән ыҙғышып әйтер: (97)

— Валлаһи, беҙ, ысындан да, аҙашҡан булғанбыҙ икән,— тип әйтерҙәр. (98) — Сөнки һеҙҙе (боттарҙы) ғәләмдәрҙең хужаһы Аллаһҡа тиңләштерҙек. (99) Беҙҙе аҙғындар ғына аҙаш​тырҙы. (100) Хәҙер беҙҙе яҡлаусы юҡ. (101) Ысын дуҫыбыҙ ҙа юҡ. (102) Их, доньяға кире ҡайтарылһаҡ ине лә, беҙ мөьмин булып йәшәр инек.

103. Шик юҡтыр, бында ғибрәттәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (104) Һинең Раббың, хаҡтыр, һәр уаҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

105. Нух ҡәүеме лә (Беҙҙең тарафтан) күндерелгән пәйғәмбәрҙе ялғансыға сығарҙы. (106) Нух үҙенең ҡәрҙәш​тәренә әйтте:

— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. — (107) Шик юҡ, мин һеҙгә күндерелгән пәйғәмбәр булам. (108) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (109) Был эштәрем өсөн мин һеҙҙән түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик Аллаһ хозурында ғына. (110) Шулай булғас, Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ.

111. Әйттеләр:

— Һиңә эйәргәндәр нәҫелһеҙ, малһыҙ бәндәләр, беҙ ҙә шу​лар кеүек һиңә эйәрәйекме? (Был була торған эш түгел!) — тинеләр.

112. Нух әйтте:

— Мин уларҙың әүүәл нимә менән шөғөлләнгәндәрен белмәйем, — тине. (113) — Яҡшылап уйлаһағыҙ: уларҙың хиса​бы бары тик Аллаһ хозурында ғына. (114) Һәм мин ул мөьминдәрҙе (ни ҡәҙәр генә фәҡир булһалар ҙа, һеҙҙең күңелегеҙ булһын тип) үҙ янымдан ҡыуасаҡ түгелмен. (115) (Һеҙҙе гөнаһ ҡылыуҙан) киҫәтеүсе булыуҙан башҡа минең вазифам юҡ.

116. Тегеләр әйтте:

— Әй, Нух, әгәр ҙә был эшеңдән ҡайтмаһаң, беҙ һине таш бәреп үлтерәсәкбеҙ.

117. — Йә, Раббым, үҙ халҡым мине ялғансыға сығарҙы, — тине Нух. (118) — Зинһар, беҙҙе хөкөм ит, мине лә, миңә эйәргәндәрҙе лә (таш язаһынан) ҡотҡар.

119. Шунан һуң беҙ уны ла, эйәрсендәрен дә кәмәгә ултыртып, ҡотҡарып ҡалдыҡ. (120) Унан һуң (ярҙа) ҡалған​дарҙы һыуға батырып үлтерҙек. (121) Шик юҡ, бында (аҡы​лы башында булғаннар өсөн) ғибрәттәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (122) Шик юҡ, һинең Раббың, әлбиттә, һәр уаҡыт еңеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле.

123. Ғәд халҡы ла күндерелгәндәрҙе (пәйғәмбәрҙәрҙе) ялғансыға сығарҙы. (124) Һуд үҙенең ҡәрҙәштәренә әйтте:

— (Аллаһ алдында гөнаһ ҡылыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (125) — Хаҡтыр, мин һеҙгә күндерелгән тоғро пәйғмбәр булам. (126) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (127) Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер ниндәй түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик ғәләмдәрҙең хужаһы булған Аллаһ хозурында ғына. (128) Һеҙ ҡалҡыу урындарҙа ғәләмәт ҙур биналар (пирамидалар, төрбәләр) ҡороп (килеп-киткәндәр менән) күңел асаһығыҙмы? (129) Мәңге йәшәргә уй​лап, һеҙ шундай ышаныслы биналар ҡораһығыҙмы? (130) (Меҫкендәрҙе) хөкөм иткән саҡта һеҙ рәхимһеҙ ҡыланаһығыҙ. (131) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (132) Һеҙгә мәғлүм ниғмәттәрҙе биргән; (133) һеҙгә мал-тыуар, улдар биргән; (134) баҡсалар, шишмәләр биргән Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. (135) Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә хәтәр яза көнө килер тип ҡурҡам, — тине.

136. Әйттеләр:

— Беҙгә барыбер, өгөтләнең ни, өгөтләмәнең ни. (137) Был әүүәлгеләрҙең уйҙырмаһынан башҡа нәмә түгел. (138) Беҙгә яза бирелмәйәсәк.

139. Шулай итеп, улар уны ялғансы тип атанылар һәм Беҙ уларҙы һәләк иттек. Шик юҡ, (башында аҡылы булған​дар өсөн) бында ҡайһы бер ғибрәттәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (140) Хаҡтыр, һинең Раббың — мот​лаҡ еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

141. Сәмуд (халҡы ла) пәйғәмбәрҙе (Салихты) ялғансы тип атаны. (142) Салих үҙ халҡына әйтте:

— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (143) — Белеп тороғоҙ, мин һеҙгә ебәрелгән ышаныслы Пәйғәмбәр бу​лам. (144) — Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (145) Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик ғәләмдәрҙең хужаһы булған Аллаһ хозурындаҙыр. (146) Һеҙ бында ҡурҡы​нысһыҙ именлек эсендә йәшәйәсәкбеҙ, тип өмөт итәһегеҙме? (147) Баҡсаларығыҙ, шишмә-ҡойоларығыҙ янында. (148) Иген​дәрегеҙ һәм емештәре йомшаҡ, татлы хөрмә ағастары хозу​рында. (149) Тау биттәрендә соҡоп-соҡоп үҙегеҙгә ҡулай өйҙәр яһайһығыҙ. (150) Инде хәҙер Аллаһтан ҡурҡыр уаҡыт етте һәм миңә эйәрегеҙ. (151) Хаттин ашҡан (сиктәрҙе уҙған) мөшриктәрҙең әмеренә буйһонмағыҙ. (152) Сөнки улар Ер йөҙөндә фетнә сығарыусы һәм изгелек ҡылмаусыларҙыр, — тине.

153. Әйттеләр:

— Һин сихырҙан тилергәнһең, — тинеләр. (154) — Һин үҙең дә әллә кем түгел, беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндәһең. (Мин — Аллаһтың илсеһе, тигән) һүҙҙәреңде раҫлар өсөн һин бер мөғжизә эшләп күрһәт (шунан һуң беҙ һиңә ышанырбыҙ).

155. (Таш эсенән тере дөйә сығарғас) Салих әйтте:

— Бына, һеҙгә әсә дөйә. (Шишмәнән) бер көндө ул һыу эсер, икенсе көндө — һеҙ. (156) Уға бер ҙә яманлыҡ эшләмәгеҙ. (Юҡһа) һуңынан, бөйөк Көн килгәс, һеҙҙе хәтәр яза тотар.

157. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар дөйәне һуйҙы. Ләкин һуңынан бик ныҡ үкенделәр. (158) Сөнки улар язаһын алды. Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (159) Хаҡтыр, һинең Раббың — һәр ваҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

160. Луттың халҡы ла пәйғәмбәрҙе ялғансы тип атаны. (161) Лут үҙ туғандарына әйтте:

— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (162) — Хаҡтыр, мин һеҙгә тоғро пәйғәмбәр булараҡ күндерелгән ке​шемен. (163) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (164) Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик Аллаһ хозурында ғына. (165, 166) Раббығыҙ һеҙҙең өсөн яралтҡан ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нәүмиз) ҡалдырып, донъяла булмағанды, һеҙ генә (енси ихтыяжығыҙҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн) ирҙәр менән яҡынлыҡ ҡылаһығыҙ түгелме? Хаҡтыр, һеҙ (хәләлде ташлап, харамға күсеүсе) аҙғын халыҡ икән.

167. Әйттеләр:

— Әй, Лут, һин был эшеңдән ваз кисмәһәң, һис шикһеҙ, һине ҡыуасаҡбыҙ, — тинеләр.

168. Лут әйтте:

— Ошо ҡыланмыштарығыҙ өсөн һеҙгә нәфрәтләнәм, — тине. (169) — Йә, Раббым, мине һәм минең халҡымды был ҡылмыштарынан ҡотҡар, — тине Лут.

170. Шунан һуң Беҙ уны һәм (иман килтергән) бөтөн ғәйләһен ҡотҡарып ҡалдыҡ. (171) Иман килтермәгәндәр (һәләк булғандар) араһында уның ҡатыны ла бар ине. (172) Унан һуң ҡалғандарҙың барыһын да һәләк иттек. (173) Өҫтәренә шундай (хәтәр дауыллы, дәһшәтле ташлы) ямғыр ҡойҙор​ҙоҡ, киҫәтелгәндәр (әммә иман килтермәгәндәр) өсөн бик тә хәтәр ямғыр ине ул. (174) Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәй. (175) Хаҡтыр, һинең Раббың һәр уаҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

176. Әйкә (тигән урман) халҡы ла пәйғәмбәрҙе (Шөғәйепте) ялғансы тип атаны. (177) Шөғәйеп уларға әйтте:

— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (178) — Хаҡтыр, мин (һеҙгә күндерелгән) тоғро пәйғәмбәр булам.

(179) Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡыр уаҡытығыҙ ет​те һәм миңә эйәрегеҙ. (180) Был эшем өсөн мин һеҙҙән бер ниндәй ҙә түләү һорамайым, миңә тигән бүләк бары тик ғәләм​дәрҙең хужаһы булгғн Аллаһ хозурында ғына. (181) Үлсәүҙә теүәл үлсәгеҙ. Кәм үлсәмәгеҙ (кеше хаҡы ашамағыҙ). (182) Дөрөҫ бизмән менән үлсәгеҙ. (183) Кеше хаҡына кермәгеҙ. Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ (ғәҙелһеҙлек) таратмағыҙ. (184) Һеҙҙе һәм килеп-киткән нәҫелдәрҙе яралтҡан Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тине.

185. Әйттеләр:

— Һин (сихырҙарҙан) тилергән кеше икәнһең, — тинеләр. (186) - Һин үҙең дә (әллә кем түгел), беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндә икәнһең. Беҙ һине, ысындан да, ялғансы, тип уйлайбыҙ. (187) Әгәр һүҙең дөрөҫ булһа (пәйғәмбәрлегеңә ышандыра​һың килһә), өҫтөбөҙгә бер киҫәк Күкте индер. (188) Шөғәйеп әйтте:

— Һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тине.

189. Шулай ҙа улар уны ялғансы тинеләр һәм уларға яза иреште. (Ҡояшты ҡаплаған) күләгәле, болотло көндө уларға ғазап килде. Хаҡтыр, ул хәтәр яза ине.

190. Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин улар​ҙың күбеһе иман килтермәне. (191) Хаҡтыр, һинең Раб​бың һәр саҡ еңеүсеҙер һәм сикһеҙ мәрхәмәтлеҙер.

192. Ул (Ҡөръән), һис ялғанһыҙ, ғәләмдәрҙең хужаһы Раббынан индерелде. (193) Уның менән бергә имен рух (Жәбраил фәрештә) иңде. (194) (Аллаһтың ҡолдарын) киҫәтеү​се (өгөтсө) булһын тип, һинең күңелеңә (Ҡөръән) индерелде. (195) Ғәрәпсә асыҡ итеп индерелде. (196) Ысынлап та, (Ҡөръән тураһында хәбәрҙәр) бынан элек килгән китаптарҙа ла бар.

197. Исраил тоҡомо араһындағы ғалимдарҙың (Мөхәммәд һәм Ҡөръән тураһында) белгәндәре уларға дәлил була алмаймы ни? (198) Беҙ уны башҡа ҡәүемдән булған кешегә индергән булһа инек, (199) шунан ул уны халыҡҡа (әсә те​лендә) уҡыһа ине, барыбер улар иман килтермәгән булыр ине. (200) Шулай итеп, Беҙ гөнаһлыларҙың күңеленә кәферлек керттек. (201) Хәтәр язаны үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә улар иман килтермәҫ. (202) Ғазап уларға абайламаҫтан (көтмәгәндә) килер. (203) Шул саҡ улар:

— (Ғазапты) кисектереп булмаҫмы? — тип ялбарыр. (204) Улар тиҙерәк язабыҙҙың (был донъяла уҡ) килеүен теләйме ни?

205. Һин әйтеп бир (ий, Мөхәммәд): оҙаҡ йылдар дауамын​да Беҙ уларға ниғмәт бирһәк, (206) һуңынан улар өҫтөнә вәғәҙәбеҙ (хәтәр ғазап) төшһә, (207) донъялағы файҙалы малдары уларҙы ҡотҡарып ҡалыр инеме?

208. Иң башта киҫәтмәйенсә (пәйғәмбәр ебәрмәйенсә), Беҙ бер генә халыҡты ла харап итмәнек. (209) Беҙ бер ҡасан да ғәҙелһеҙ булманыҡ, (нахаҡҡа яза бирмәнек). (210) Ул (Ҡөръән) шайтандар тарафынан индерелмәне. (211) Был уларҙың ҡу​лынан килә торған эш түгел, уларҙың ундай ҡеүәте юҡ. (212) Шик юҡтыр, улар — (фәрештәләрҙең һүҙен) ишетеүҙән мәхрүм ҡалған заттар. (213) Шуға күрә, һаҡ бул, Аллаһҡа тиң тип, башҡа бер Илаһ саҡырма. Һуңынан ғазаптарға дусар булырһың. (214) Яҡын туғандарыңды ла (гөнаһ ҡыл​ғандарҙы Аллаһтың ҡаты язаһы көтә тип) киҫәтеп ҡуй. (215) Һиңә эйәргән мөьминдәргә (изгелекле ярҙам) ҡанатыңды йәй. (216) Әгәр улар инҡар юлына баҫып, буйһонмаһалар, әйт:

— Мин һеҙҙең был эштәрегеҙҙән йыраҡ торам, — тип.

217. Һин һәр саҡ еңеүсе һәм ярлыҡаусыға (Аллаһҡа) һыйын. (218, 219) Ул намаҙ уаҡытында башҡа бик күп ғи​бәҙәт ҡылыусылар араһында һинең нимә эшләгәнеңде күреп тора. (220) Хаҡтыр, ул барыһын да ишетеп, күреп тороусы.

221. (Һәй, мөшриктәр) шайтандарҙың кем янына ингәндәрен һеҙгә әйтеп бирәйемме? (222) Улар гөнаһ ҡылыусылар, ялғансылар башына төшә. (223) Улар (гөнаһлылар, ялғансы​лар шайтанды) тыңлайҙар һәм уларҙың күбеһе ата ялғансы.

224. Шағирҙарға килгәндә, эш былай тора. Уларға ла аҙашҡандар эйәрә. (225) Күрмәйһеңме ни, улар нимә ҡылғанда​рын белмәйенсә (тилереп), болондар буйлап йөрөй. (226) Һәм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙәр һөйләнәләр. (Үҙҙәре бул​дыра алмаған эшкә башҡаларҙы өндәйҙәр.)

227. Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Аллаһты онотмағандар һәм үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙан үҙҙәрен яҡлай алғандар, улар (Хаҡҡа ҡаршы шиғыр яҙған хыянатсы шиғырсылар) рәтендә түгел. Ғәҙелһеҙлек ҡылған залимдар үҙҙәренең ҡайҙа барасаҡтарын оҙаҡламай белерҙәр.