100%

Һанарға өйрәнәм: Һигеҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һигеҙ
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Һигеҙ



Һигеҙҙер, һигеҙҙер,
Дүрт һәм дүрткә тигеҙҙер.
Ике түңәрәк – игеҙ,
Һигеҙ ул, ай-һай, һимеҙ.


Ҡушъяулыҡ
Өләсәйҙең ҡушъяулығы
Балҡып ята һандыҡта,
Һабантуй яһап уйнаныҡ
Шул яулыҡты алдыҡ та.

Элеп ҡуйҙыҡ ҡушъяулыҡты
Уртаға бөкләп кенә,
Ҡомартҡыбыҙ туҙмаһын тип
Тотондоҡ ипләп кенә.

Энем тағы мөйөш һанай,
Өйрәнә шул иҫәпкә,
Ҡушъяулыҡ остарын барлай
Бөкләп ике киҫәккә.

Дүрт мөйөшлө була икән
Ябайҙары яулыҡтың.
Ҡушъяулыҡта – 8 мөйөш,
Ҡустым тиҙ һанап сыҡты.

Уйнап бөткәс, ҡомартҡыны
Һандыҡҡа кире һалдыҡ.
Өләсәйҙе, боронғоно
Беҙ шулай иҫкә алдыҡ.


2012