Jump to content

Һанарға өйрәнәм: Ете. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Ете
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1994.


Ете



Етегән
Ете-ете, Етегән,
Ете йондоҙ төртөлгән.
Өсө тора өҫ яҡта,
Дүрте тора аҫ яҡта.


Йәйғорло аҙна
Ғәжәп шундай
бер көн булған,
Бар төҫтәр
бергә йыйылған:
Дүшәмбе һәм
шишәмбе,
шаршамбы,
кесе йома,
йома,
шәмбе,
йәкшәмбе,
Бутала күрмә, йәме!
Был ғәжәпкә
аптыраштан
Йәйғор - төҫтәр
күккә ашҡан:
Ҡыҙыл һәм
ҡыҙғылт һары,
һары,
йәшел һәм
зәңгәр,
күк,
шәмәхә (ҡыҙғылт күк) -
Онотоп ҡуйма бер үк!
Ете көн атала-
Аҙна.
Йәйғорҙа нисә төҫ?
Һана!
 


2012