Jump to content

Һанарға өйрәнәм: Алты. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Алты
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 1994.


Алты


Алтылыр, алтылыр,
Алтыһы ла алтындыр.
Алтын булғас алтылар
Тиҙ таратып алдылар.


Энем алды бөйөрөк,
Һеңлем алды бөйөрөк,
Нисә мөйөш булды тиеп
Ағай бирҙе бойороҡ.
Өсмөйөш тә өсмөйөш
Алты булырға тейеш.
…Мөйөш һанағансы энем
Берәүһен ашаған һеңлем -
Ҡалған һыңар өсмөйөш!


2012