100%

Һанарға өйрәнәм: Туғыҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Туғыҙ
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һанарға өйрәнәм» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Туғыҙ



Ташбашҡа оҡшатҡан өсөн
Туҙынды туғыҙ оҙаҡ.
Ҡойроғон өҫкә борғайны,
Булды ла ҡуйҙы йоҙаҡ.
“Йоҙаҡ түгел, ә алты, “ -
Тип дуҫым әйтә һалды.


2012