Jump to content

Һайрауҙарың күсер йырыма

From Wikisource
Һайрауҙарың күсер йырыма (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1994.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (64-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Һайрауҙарың күсер йырыма


Ҡулымдағы йырсы һандуғастың
Йөрәккәйе бөгөн ярылды,
Гәлсәр генә хыял һарайының
Ишектәре кинәт ябылды.
Бәлки, бәлки, тигән һуңғы өмөт,
Тыпырсынып ҡулда йән бирә,
Нисәнсе ҡат үлеп тереләм мин –
Хыял мине ташлай мәңгегә…
Һандуғасым, һары өмөт кенәм,
Йөрәгемдең һуңғы йырсыһы,
Һинһеҙ ҡайҙан илһам алайым да,
Һинһеҙ минән ниндәй моң сығыр?
Яҙмышыма яҙған һоро көндәр.
Тәҡдирҙәрең шулдыр, күрәһең:
Тырнаҡ осоңа ла тормаҫ йәндең
Йәберенән генә үләһең...
Һандуғасым,
Үҙең булмаһаң да,
Һайрауҙарың күсер йырыма.
Мин дә булмам,
Һинең моңоң йәшәр.
Мәңгелек бит ерҙә йыр ғына!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.