Шиғриәтем

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Шиғриәтем (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1993. Нәшер ителгән: 06.05.2004, "Өмет" газетаһы. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (64-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Шиғриәтем


Үгәй түгел, ә ҡатынға
Эйәреп килгән бала –
Әсәгә ғәзиз булһа ла,
Атайға үгәй ҡала.

Һорарға ла бит тейешен
Хаҡы юҡ, атай барҙа,
Тик Әсә өнһөҙ әрнеүен
Ҡалдыра йөрәк-ярҙа.

Ҡараңғы төн:
                 бөтә ғәләм,
Татлы йоҡоға киткәс,
Әсә иркәләй сабыйын –
Йәшкә сылана сикә…

Башҡалар рәнйеткән һайын
Ҡәҙерлерәк була бара...
Шиғриәтем, һин бит миңә
Эйәреп килгән балам!
Сабыйым – йөрәк ярам…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.