Бер тамсынан яралдым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бер тамсынан яралдым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 06.02.1994.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (65-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Бер тамсынан яралдым


Йәлләмәсе, әсәкәйем, мине,
Бәхете юҡ, тиеп ,ҡыҙымдың,
Йөрәккәйем телгеләнер бары,
Күреп маңлайҙағы һырыңды.
Намыҫым саф, уйым изге, әсәй,
Күңелем дә тыныс ул яҡҡа,
Моғайын да, тормош табынына
Саҡырылмай килдем ҡунаҡҡа.
Һый-хөрмәттең әселәре генә
Өлөшөмә яҙған күрәһең,
һинең генә күҙ йәштәрең, әсәй,
Телгеләп тә үтә үҙәгем.
Инде беләм, Аллаһ кешеләрҙе
Яралтҡанда бөртөк тамсынан,
Мин тыуаһы тамсы, ергә төшөп,
Йөҙ өлөшкә бүленеп, ярсылған
Һәм юғалған.
Шул саҡ, әсәкәйем,
Күҙҙәреңдән ынйы түгелгән,
Һағыш-йәшкә тулы шул бөртөктә
Минең йәшәү уты терелгән.
Йәлләмәсе, әсәй, яҙмышымдыр,
Йәштән тыуғас, йәшкә ҡойоноу,
Башҡаларға йәшле ғүңмеркәйем
Тик йылмайыу булып тойолһон.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.