Ҡәләм

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡәләм (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (134-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠӘЛӘМ


Билдәле ғалим Ким ағай Әхмәтйәновтың
яҡты иҫтәлегенә
Кем ҡалдырып киткән был ҡәләмде
Һеҙҙең ҡәберегеҙ өҫтөндә,
Һалҡын ташта түгел (күҙ алдымда),
Ята ине бит ул өҫтәлдә.

Ята ине, ғалим яҙа ине,
Тирбәлдереп ошо ҡәләмде,
Ябай ғына ҡәләм, ул сағында
Алтын ҡауырһынға әйләнде...

Болоҡһотоп, хәтер тупрағына
Көҙгө һалҡын ямғыр һибәләй.
“Ул юҡ! Ул Юҡ!” тигән утлы ауаз
Һауаларҙа сыңлап тирбәлә.

Мөмкин түгел, юҡ, юҡ, тейеш түгел...
“Түгел, түгел...”
Оса торналар.
Әйтерһең дә ғалим ҡағыҙҙары
Мәңгелеккә күпер ҡоралар...

Осһон улар...
Бары кем өсөн һуң
Таш өҫтөндә ятҡан был ҡәләм?
Бәлки ғалим үҙе тирбәтәлер
Шәменә ут алғас бар ғаләм?
Бәлки...
Юҡ, юҡ, ғалим киткән саҡта
Ҡәләмен бит беҙгә ҡалдырған,
Васыяты килер быуындарға:
Ҡәләм тейеш һәр саҡ яҙырға!
Ҡәләм тейеш, тейеш яҙырға!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.