Аҡмуллабыҙ ҡайтты

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Аҡмуллабыҙ ҡайтты (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (135-се бит) ISBN 5-295-03798-3


АҠМУЛЛАБЫҘ ҠАЙТТЫ


Беҙҙең алға баҫты заман һыны,
Киреп моңға тулған күкрәген,
Ҡосағына алып башҡорттарҙың
Киләсәге менән үткәнен.

Зирәк ҡарашының саф нурҙары
Тишеп үте йылдар томанын,
Ҡурҡыу белмәҫ ҡәләм шиғри юлға
Әйләндерҙе сәфәр юлдарын.

Заман һыны, алыҫ быуат үтеп,
Һуҙҙы беҙгә шиғыр бәйләмен,
Йөҙ илле йыл үткәс (ниндәй шатлыҡ!),
Аҡмуллабыҙ ҡайтты әйләнеп!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.