Журналисҡа

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Журналисҡа (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (135-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ЖУРНАЛИСҠА


Тележурналист
Владислав Листьевты үлтереүсегә

Журналистан ҡурҡҡан инең –
Хаҡлыҡ алды боғаҙыңдан,
Сыға алмай тулай йәнең
Ғәрлек, хаслыҡ тоҙағынан.

Һин: “Аҡса!”- тип ымһынғанда,
Владиславтар туҙан йотто,
Ҡәләм менән тырыштылар
Һүндерергә ҡупҡан утты.

Һинең ҡулда автоматтыр –
Аҙым һайын үлем сәсә,
Һин – мәйетһең, тере көйө,
Ә Листьевтар һаман йәшәй!

Журналистың тәне гүрҙә,
Йәне, һүҙе йөрәктәрҙә...
Тиңһеҙ алыш...
Эй, бахырҙар,
Ҡойроҡтары Үҙәктәрҙең.

Һин атҡанда бер йөрәккә,
Мең йөрәктә нәфрәт артты,
Журналистың тик бер һүҙе –
Мең һүҙ булып кире ҡайтты.

Һеҙ ҡыйырға маташмағыҙ
Журналистар ғүмерҙәрен,
Һүҙ – мәңгелек!
Ул үлгәнсә
Һеҙҙең йөрәк күмерләнер!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.