Яңғыҙлыҡ зинданы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Яңғыҙлыҡ зинданы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (133-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


ЯҢҒЫҘЛЫҠ ЗИНДАНЫ


Яҡтылыҡ юҡ.
Мин – яңғыҙлыҡ зинданында.
Мин – тереме?
      Бармы, юҡмы йыһанымда?
Зыңлап-зыңлай шомло тынлыҡ ҡолағымда.
Кемгә төбәп, ҡайҙа бағып юл алырға?

Меңәрләгән йондоҙ балҡый…
Йөрәк шаңҡый –
Ерҙә лә бит күпме халыҡ – йондоҙ ише?!
Зинданымдың түбәһендә күгем яҡты:
Яңғыҙ түгел кешелектә һис бер кеше!

Ҡырмыҫҡалай ошо иләү араһында,
Ошо мәлдә,
    мин зинданда ҡалғанымда,
Кемдер берәү,
       көтмәгәндә,
             яҙа-йоҙа,
Уйҙарында минең яндан килеп урай.

Кемдер берәү барыбер бар!
Кемдер берәү
Йыһан буйлап хыялында миңә елә,
Кемдер берәү тик бер мәлгә уйҙарында
Изгелегем бәйәһенә бәхет теләй.

Мин – яңғыҙлыҡ зинданында әле тотҡон,
Баш осомда әммә күгем аяҙ бына,
Кемдер берәү барыбер ҙә ошо мәлдә
Уйҙарында килә минең тарафыма!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.