Ҡайтып киләм

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡайтып киләм (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 09.1993. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (97-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ҡайтып киләм


Әсәкәйем, ғәфү итә күрсе,
Һинең янға әле ҡайтҡым килмәй,
Йөрәккәйем өҙөлөп төшөр төҫлө
“Ҡалай йонсоғанһың, ҡыҙым?” - тиһәң.

Әсәкәйем, ҡаршы ала күрсе,
Әй талпынып һиңә ҡайтып киләм:
“Йөҙөңә нур ҡунған, балам!”-тиеп,
Һөйөнөрһөң әле бөгөн, беләм,
Әй һағыннып шуға ҡайтып киләм...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.