Еңеү көнө - атайымдың көнө

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Еңеү көнө – атайымдың көнө (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова)
Ижад итеү ваҡыты: 09.05.1993. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (96-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Еңеү көнө – атайымдың көнө


Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын
Күҙҙәреңдә нурҙар артыр ине,
Уйҙарыңдан ғына үткәндәргә,
Йәшлегеңә кире ҡайтыр инең.

Хәтирәләр утын тоҡандырып,
Еңеү көнө етә.
Миҙалдар,
Костюмыңдың түшен биҙәр өсөн,
Йылтырашып килеп тулғандар.

Еңеү көнө шатлыҡтарын, ахыры,
Оҙайтырға булған теләгең.
Бер кейер ҙә сисер инең, атай,
Уранғылап көҙгө тирәләй…

Еңеү көнө етә.
Һинең, атай,
Иң яратҡан көнөң шул ине.
Ошо көндә генә булһа ла бит
Ҡәбереңдән килеп тор ине!

Күпте күргән, күмер кеүек янған
Йөрәккәйең күптән туҡтаны.
Изге бер йән, моңло күңел генәң,
Атай ғына, атай юҡ бары…

Еңеү көнө етә башлау менән
Күңелемдә шатлыҡ уяна,
Ветерандар араһында, ана,
Һин дә, атай, балҡып торғандай!

Атайымдың көнө тыуа бөгөн,
Лайыҡлы бер ҡолоң булайым –
Иртә таңда һинең йәнең ҡалған
Скрипкала бер көй уйнайым…





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.