Jump to content

Әсәйемә әсәй булғым килә

From Wikisource
Әсәйемә әсәй булғым килә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (98-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Әсәйемә әсәй булғым килә


 
Әсәйемә әсәй булғым килә:
Бәүетәһем килә шым ғына,
Ҡосағыма алып, әкиәт һөйләп,
Ял иттергем донъя шауынан...

Әсәй, һиңә әсәй булғым килә:
Тубығыма ғына ултыртып,
Алдарыңа тәмле ризыҡ теҙеп,
Сәй яһағым, кәсә тултырып.

Елп-елпенгән кәүҙәң һыйпай-һыйпай,
Йыуындырғым килә балалай;
Нисек түҙәйем һуң, ебәк кеүек
Йомшаҡ сәстәреңдән тарамай?!

“Үҙем!” – тимә, ял ит, әсәкәйем,
Инде үҙем әсәй, аңлайым.
Әсәй, һиңә әсәй булғым килә –
Кил, үбәйем һырлы маңлайың!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.