Хатың килде

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Хатың килде (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1983 йыл. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (32-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Хатың килде


Хатың килде!
Эңер төшкән күңелемдә
Ҡояш көлдө.
Хатың килде!
Алмаштырып өмөт-көнгә
Һағыш-төндө.
Таныш ҡулдар
Һәр хәрефте һөйөү-нурға
Манған кеүек.
Таныш ҡулдар
Ҡағыҙ түгел, ә сикәмдән
Наҙлай кеүек.
Хатың килде…



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.