0%

Һағышлы ялҡын

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Һағышлы ялҡын (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (31-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ҺАҒЫШЛЫ ЯЛҠЫН


Көн яп-яҡты, тик ҡояш юҡ,
Ямғыр яуа, ҡар яуа.
Һағыштарым даръяһында
Шатлыҡтарым бар ҙаһа?!
Барыһы ла бергә бөгөн
Тәбиғәт табынында:
Ҡайындар йәшел шәлдәрен
Әҙерҙәр ябынырға.
Йәй ҙә, ҡыш та, яҙ ҙа, көҙ ҙә
Урман ҡунаҡ-өйөндә –
Ҡарағай, ҡайындар бейей
Моңло ҡурай көйөнә.
Ел – ҡурайсы, ә сәскәләр –
Тамаша ҡылыусылар,
Был байрамға килеп еткән
Күпме ҡош-йыраусылар?!
Кемдер уфтана был көнгә –
Ҡояш та юҡ, һалҡын, тип.
Ә мин әйтәм: был – мөхәббәт,
Һағышлы ялҡын, тием.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.