Умырзая кеүек бул түҙем!

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Умырзая кеүек бул түҙем! (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 20.03.1990. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (32-се бит) ISBN 5-295-03798-3


УМЫРЗАЯ КЕҮЕК БУЛ ТҮҘЕМ!


Апрель түгел, март аҙағы –
Тәбиғәт уянмаған,
Яҙ төҫөнә, наҙ төҫөнә
Ул әле буялмаған.
Күңел һиҙә: тиҙҙән, тиҙҙән
Һалҡын ҡар яуыр һымаҡ,
Яҙға алданған тәбиғәт
Туңыр ҙа ҡалыр һымаҡ.
Һин дә серле ошо яҙҙай,
Сыйырсығым да өнһөҙ,
Йылыға алданыр сағым
Үткән шул, үткән һинһеҙ.
Иҫһә лә һалҡын елдәрем,
Туңдырмасы бөрөңдө,
Боҙҙо тишкән умырзая
Кеүек булсы түҙемле!



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.