Рәнйеш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Рәнйеш (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (74-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Рәнйеш


Саф һөйөүем – аҡҡош зәңгәр күлдә
Талпынып та оса яныңда,
Ошо күлдә ул бит көҙ етһә лә,
Ҡыш етһә лә әҙер ҡалырға...

Тупаҫлығың менән һөйөүемә
Һин бөгөн дә хәнйәр ҡаҙаның...
Зәңгәр күлдең өҫтө алһыуланған –
Күпме булыр икән түҙергә?!

Яраларҙан хәлһеҙләнгән аҡҡош
Мәңгелеккә сумыр күленә,
Ғәфү үтенерһең – һөйөү ҡайтмаҫ!
Тупаҫлыҡтар ғәфү ителмәй!

Һөйөү әйләнһә лә нәфрәт-утҡа
Тормош ебе кире һүтелмәй.
Үтелмәй...
Тупаҫлыҡтар ғәфү ителмәй!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.