Кем һин, берҙән-берем?

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Кем һин, берҙән-берем? (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 21.05.1988. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (75-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Кем һин, берҙән-берем?


Әйтсе миңә, кем һин, берҙән-берем,
Күңелеңдә ниндәй һарай бар?
Мин дә инә алмаған был һарайға
Ниндәй генә күҙҙәр ҡарайҙар?
Кем һин?
Бикле күңел ишектәрең,
Ҡомһоҙ байҙың өйө шикелле,
Тик был йорттоң аҡыҡ, хазинаға
Тулы булыуҙары икеле.
Яҡынайһаң, ишек төбөнән үк,
Өрә тупаҫлығың бурҙайы,
Күрмәгәндер бер кем, был ишектең,
Берәй ваҡыт асыҡ торғанын.
Шуғалыр ҙа һалҡын был һарайҙа,
Йөрәгең дә ташҡа әйләнгән,
Әйтерһең дә донъя ептәре,
һинең кендегеңә бәйләнгән.
Башҡалар юҡ.
Үҙең, үҙең генә
Батша,
          хаин,
                  палач, тиран да.
Белмәһендәр, тиеп, йылмаяһың
Кеше араһында булғанда.

Белмәһендәр.
Әйҙә йылмайып ҡал!
Мин – һөйөүең!
Ишек шаҡыйым.
Миңә генә ас һин күңелеңде,
Һарайыңда ҡояш балҡыһын!
Йөҙөң генә түгел, күңелең дә
Балҡып китер бәхет нурынан.
Кеше бәхете бит иң беренсе
Йөрәк-тимерлектә ҡойола.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.