Миңә һалҡын

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Миңә һалҡын (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 08.07.1988. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (76-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Миңә һалҡын


Йәйге селлә башы.
Тын алғыһыҙ.
Эҫе бөркә ер ҙә, һауа ла.
Миңә һалҡын.
Туңған күңелемде
Йылытырлыҡ юҡ бер сара ла.

Белмәнем шул, һинең күкрәгеңдә
Йөрәк түгел, һалҡын таш булған,
Һөйөүемдән тамған гәлсәр тамсы,
Ынйы ғына түгел, йәш булған.

Ә ҡасандыр йөрәгем ут ине,
Ҡайғы-хәсрәтем дә юҡ ине,
Һинең ҡараштарың йөрәгемә
Ҡаҙалыр ҙа ҡалыр уҡ ине.

Инде беләм йәштең әселеген –
Иретмәй ул ҡаты бәғерҙе,
Саф күңелем ғәфү итә алмай,
Кисермәй шул нахаҡ йәберҙе.

Хаталарҙы ғәфү итеп була,
Тупаҫлыҡҡа ҡына аяу юҡ.
Тормош үрҙәренә артылғанда
Терәк булырлыҡ һис таяу юҡ.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.