100%

Омонимдар: Себеш сыҡҡанда. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Себеш сыҡҡанда
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Омонимдар» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Себеш сыҡҡанда



Себеш сыға йомортҡанан,
Кителеп төшә ярсыҡ,
Әйҙә яҡты донъяға сыҡ,
Көсөлөрәк суҡы, яр, сыҡ!
Беҙ һине күптән көтәбеҙ,
Ҡорт-ҡорт килә әсәйең,
Абау, бал ҡорто килә бит,
Ҡорт, ҡорт килә...
Әс-сәй!
Эң-ң-ң-ң!


2012