Байһың да һин, энәлек - Ҡуйының шау энәлек, Тәлгәшеңде бир миңә Бер биш-алты энәлек. Энәң менән тегәйем Миләштәрҙән муйынса, Миләш һаран, маһая, Мин һоранам, уйынса. - Ана бит йомарт балан, Арыраҡ ҡара, балам. Муйынса теҙерлекме - Баланды ҡарап алам. Йомарт ул тиеү менән - Һытыла тейеү менән!