Jump to content

Мин иремде көтәм эшенән

From Wikisource
Мин иремде көтәм эшенән (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (105-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Мин иремде көтәм эшенән


Донъя мәшәҡәтен ситкә ҡуйып,
Баллы-майлы икмәк бешерәм,
Йылы ҡоймаҡ,
итле туҡмас менән
Мин иремде көтәм эшенән.
Күпереп кенә бешә икмәгем дә,
Самауырым көйләй яй ғына,
Сәйнүгем дә түрҙә, морононан
Боҫо сығып тора яй ғына.
Ялан еҫе аңҡып торһон әйҙә,
Мәтрүшкә лә бер аҙ төшөрәм.
Барыһы бар.
Ә юҡ, етмәй икән,
Мин иремде көтәм эшенән!
Тамсы шатлыҡтарҙан бәхет йыям -
Йәшмәй бит мәңге кешеләр,
Ябай көндәремдән байрам яһап,
Мин иремде көтәм эшенән!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.