Оҡшашлыҡ

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Оҡшашлыҡ (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1988. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (104-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Оҡшашлыҡ


Һыйынған да тауҙар ҡосағына
Йылға йырын тыңлай Байғусҡар,
Һаҡмарымдан килеп, Тиргәмештең
Һыуын эсеү яҙған яҙмышҡа.

Тыуған ауылымдың тауҙары ла
Килеп еткән икән артымдан,
Ай-һай хәлде ала, армыт-армыт
Тауҙарына әгәр артылһаң.

Хатта Кеүәшлемдең Өй-ташы ла,
Яңғыҙ ҡайыны ла ҡалмаған,
Таш усына ҡыҫып ҡайынҡайын
Тиргәмешкәй буйын һайлаған.

Айырма тик шунда: тауҙары ла,
Ҡаялар ҙа бында текәрәк –
Күтәреләм, ахыры, ғүмеремдең
Аҫыл үрҙәренә өҫкәрәк.

Ғәзиз ерем,
Ваҡыт үткән һайын
Ҡәҙерлерәк була бараһың,
Тоташтырып, оҡшашлыҡтар аша,
Үткән менән бөгөн араһын.

Тыуған ауылым һәм торған ерем,
Йөрәгемдең ике яртыһы,
Һүрелмәйҙер шуға күңелдәге
Йәшәү усағының яҡтыһы.
1988.Байғусҡар.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.