Төнгө юлдан күк толпарым елә,
Йыһан буйлап осҡан караптай,
Кеше күңелен, хоҙай, ғәләм гиҙеп,
Туймаһын һис, тиеп, яралтҡан.
Машинаның рүле – теҙгенеңде,
Күк толпарым, тотам бушатып,
Тимер йөрәгеңде метеорит –
Ғәләм сәләменә оҡшаттым.
Ай-йондоҙҙар аша еләһең һин
Күңелем орбитаһын ташламай,
Яныбыҙҙан бөгөнгө көн елә,
Ваҡыт-атҡа менеп атланған.
Ваҡыт-атты ҡыуып үтәйек беҙ,
Күк толпарым, тимер атҡынам.
Төнгө юлдан, ай-йондоҙҙар үтеп,
Тыуған яҡҡа мин бит ашҡынам.
Сикһеҙ йыһан – ғәзиз төбәгемә,
Күңелем ҡәғбәһенә ашығам…