Кесерәйә бара Ер шары

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Кесерәйә бара Ер шары (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (143-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Кесерәйә бара Ер шары



Киң донъяны аса барған һайын
Кесерәйә бара Ер шары,
Планетаны йәнле, йәмле итә
Изге уйлы кеше ни бары.

Һәр кем алып йөрөй күкрәгендә
“Йөрәк” тигән йыһан киҫәген.
Ғәләм ғүмере саҡ башлана ғына –
Кеше ғүмере генә иҫәпле.

Һәр күңелдә ҡояш ярсығы бар,
Һәр йөрәктә – вулкан таусығы.
Даръяларҙы айҡап уйҙар ҡайнай!
Һәр кем бөгөн – йыһан яусыһы…

Күңел үҫә изгелектән генә,
Бер һалҡында ҡалып, бер янып…
Киң донъяны аса барған һайын,
Кесерәйә бара Ер шары.



Иҫкәрмәләр


CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.