Ҡара һәм аҡ араһында

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ҡара һәм аҡ араһында (цикл)
автор Лилиә Һаҡмар
Сығанаҡ: Ҡәйепова, Л. З. Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр/Лилиә Һаҡмар. - Өфө: Китап, 2013. - 304 бит.(244-246-сы биттәр) ISBN 978-5-295-05874-5

Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. ISBN 5-295-03798-3


Ҡара һәм аҡ араһында



ҠАРА
Ҡара һәм Аҡ — бар тәбиғәт
Һыйған ошо арауыҡҡа
Бар төҫтәр ҙә төҫөн юя
Ҡара төндәй ҡаралыҡта.

Бар төҫтәр ҙә йотолғандар
Ҡара ергә, ҡара ергә!
Йәйғор кеүек балҡып янған,
Күҙҙәребеҙ яуын алған
Мең балҡышлы был тәбиғәт
Йәшәү һутын ала бирә
Ҡара ерҙән, ҡара ерҙән...

Ҡара төндөң ҡаралығы —
Серле хистәр яралғыһы.
Мөхәббәт тә,
Енәйәт тә–
Наҙ һәм нәфрәт аралығы…
Барыһы ла,
Барыһы ла
Тынмаҫ көрәш ялан-ҡыры –
Ҡара һәм Аҡ арауығы…

ҠЫҘЫЛ
Зәңгәр генә мөхәббәтем
Яраланды.
Йөрәгенән һарҡып һарҡа
Ҡыҙыл ҡаны.

Ҡара ғәйбәт, ҡара һүҙҙәр
Ябырылды...
Шиңде һөйөү, шиңде аҡҡош
Ҡауырыйы.

Ҡыҙыл күлдә, ҡыҙыл һыуҙа
Ҡыҙыл әрнеү.
Ҡыҙыл телле язаларҙан
Ҡыҙыл һөйөү яралары
Һыҙып әрней.

Ҡыҙыл офоҡ, ҡыҙыу ҡояш –
Күңел кибә…
Сарсаған был күңелдәргә
Кем наҙ һибә?!

ҺАРЫ
Һары наҙҙар һибеп, Ҡояш ҡалҡа,
Һары тамсы тама ағастан,
Һары елдәр гүйә бар донъяны
Һары һағыш менән ялатҡан…

Зәңгәр һөйөүемдең һары көҙө
Һары япраҡ булып түшәлә,
Һалҡын ҡырау япҡан аҡ күңелем
Һары ялҡындарҙа үртәлә.

Һағыш төҫө – көҙгө һары балҡыш –
Ҡыштыр-ҡыштыр япраҡ ҡойола,
Мөхәббәттең һары утрауында
Кипкән үҙән, ярҙар уйыла…

Һары сәскә ҡосҡан өмөттәрем
Килгән һары һағыш туйына.
Өмөттәрем – һары бөртөктәрем
Ҡара ерҙә аҡ ҡыш буйына…

ЙӘШЕЛ
Йәшәрә, йәшәрә, йәшәрә,
Ҡара ер ҡуйыны йәшәрә,
Өмөткә тулышҡан орлоҡтар
Шыталар дымлы ер-әсәнән…

Йәшәрә күңелдәр, йәшәрә
Шифалы күҙ йәше утынан,
Йәм-йәшел донъяла
Күңелдәр дәрт ала
Йәм-йәшел киләсәк утынан.

Мөхәббәт – мәңгелек серле хис,
Һалҡындар ҡурҡытмай уны һис,
Йәшел ер йәшәрһен,
Һөйөүҙән сәсәһен,
Йәм-йәшел өмөттәр йәшәһен!
Йәшәһен!

ЗӘҢГӘР
Зәңгәр офоҡ ҡара төндә
Мөхәббәттән осҡонлана,
«Һөйәм!» һүҙен әйткән һайын,
Зәңгәр офоҡ балҡып ҡала,
Күктә яҡты йондоҙ яна…

Зәңгәр донъя, зәңгәр йылға,
Зәңгәр диңгеҙ – хыял иле.
Һауаларҙың зәңгәрлеге
Аҡылымды юя инде…

Бар донъяны һөйөү хисе
Зәңгәрлеккә буяған ул.
Хыялымда төҫөң юйма,
Мөхәббәтем, зәңгәр бул!

АҠ
Аҡ яланда үҫкән аҡ сәскәнең
Хуш еҫенән ерем илерә,
Ап-аҡ елдәр ап-аҡ болоттарҙа
Аҡ сәләмдәр генә килтерә…

Аҡ мөхәббәт кенә сәскә атһын,
Аҡ донъяны күмһен аҡ нурға!
Ҡара ерҙән хасил булһа ла бит
Гел ынтыла кеше яҡтыға!

Ҡара һәм Аҡ — ошо арауыҡҡа
Һыя алған йәйғор төҫтәре,
Кеше күңеленең йәйғорона
Гел дә сағыу төҫтәр өҫтәлһен!




CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Heckert GNU white.svg
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.