Төнгө уйҙар

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Төнгө уйҙар (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 12.09.1984. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л.Эстафета: Шиғырҙар,поэма.– Өфө: Китап, 2006.– 176 бит.(142-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ТӨНГӨ УЙҘАР


Йомола күҙҙәр… Ҡулымдан
Төшәм, ти, ҡәләмем дә…
Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙам
Йоҡларға кәрәгендә.
Иртәгә лә көн бар әле
Һис тә кәмемәҫ эшем,
Ниңә шиғыр яҙманың, тип
Әйтмәҫ иртән бер кеше.
Тик шулай ҙа төшмәй әле,
Елберҙәй генә ҡәләм,
Бер туҡтауһыҙ һүҙҙәр теҙә
Йоҡлағанда бар ғәләм.

Күҙҙәрем, һеҙ йомолмағыҙ,
Күрмәйсә гүзәллекте,
Ҡулдарым, алығыҙ Ерҙән
Ҡоростай түҙемлекте.
Йоҡлама, йоҡлама, кеше,
Бөтөрмәйсә эшеңде,
Аҙаҡтан үкенеүеңдән
Ҡыҫмаҫ өсөн тешеңде.
Һуңламаҫ өсөн йәшәргә,
Ҡоламаҫ өсөн артҡа,
Янып эшлә,
Төн яҡтырыр,
Тағы ла бер шәм артһа.



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.