0%

Йәм күрә алмам. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәм күрә алмам (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Йәм күрә алмам


Ҡурҡыныс уйҙар килеп баҫҡас, ирекһеҙ баш бөгәм,
Эстә хәсрәт ҡайнашып ташҡас, өҙлөкһөҙ йәш түгәм.

Йәм күрә алмам, ғәмле хәлдәр китмәйсе, йәш кипмәйсе,
Күҙ йәшемде киптерерлек яҡты ҡояш сыҡмайсы.


1916