0%

Йәйоһаннас. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәйоһаннас (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич


Йәйоһаннас


Йә, әййөһөл башҡортом,
Сүпләйһе бар баш ҡортон,
Килеп сығып аҫтыртын,
Татарҙарҙы шаштырҙың.

Йә, әййөһөл мишәрәт,
Аңлаһаң, бер ишарат,
Аңламаһаң - шишарат,
Ҡорһағыңды тишарат.

Йә, әййөһөл типтәрҙәр,
Аң булмаһаң, оторҙар,
Улай-былай итерҙәр ҙә
Яман яҡҡа һелтәрҙәр.

Йә, әййөһөл казачи,
Эшеңдең күп ҡазаһы,
Ҡаҙаң ҡалһа - язаһы.
Гөрзөйҙөң иң таҙаһы.

Йә, әййөһөл татарин,
Ҡыуыҡ мылтыҡ атарин,
Миҙал алдың ваҡлыҡта,
Тәҡсин, тәҡсин, афарин!

Йә, әййөһөл ҡырғыҙҙар,
Йондоҙ баҡҡан ҡондоҙҙар,
Ерегеҙҙе бысрата
Харам ауыҙ дуңғыҙҙар.

Йә, әййөһөл мосолман,
Эсмәйенсә иҫергән,
Бер тин өсөн бошонған,
Юҡ эштәргә ҡыҫылған.
____________________

Эшкә килһә, ишелгән,
Һүҙгә килһә, осонған.
Кискә керһә, ҡысынған,
Иртән торһа, шешенгән.
Береһен-береһе маҡташып,
Ғәрештәргә осорған,
Тура әйткән кешегә
Мәңге дошман киҫелгән.

Йә, әййөһөл мөслимәт,
Тайибатын сайибат,
Бар донъяңды ситкә ат та
Кершән яҡ та һөрмә тарт,
Тышҡа сыҡҡас, һуған ҡат та
Өйгә ингәс, йоҡлап ят.

Йәйоһаннас — әҙәм балалары.
Гөрзөй — суҡмар.
Тәҡсин — маҡтау.
Ғәреш — күк.
Мөслимәт — мосолман ҡатын-ҡыҙы.
Тайибатын сайибат — тура, хатаһыҙ, яҡшы.