0%

Дошмандар. Шәйехзада Бабич

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Дошмандар (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1918.


Дошмандар


Тыш яҡтан йылмаңлап, дошмандар
Төшкәндәр беҙ төшкән юл менән;
Яҙыҡлы, ләғнәтле ҡул менән
Беҙ ҡосҡан баланы ҡосҡандар.

Алданма, аҡ күңел башҡортом,
Юлатма йыланды ҡуйыныңа;
Һарылып мәлғүндәр муйыныңа,
Башыңды мөнйөрҙәр аҡыртын.

Ҡуя тор киңлекте, аҡлыҡты,
Ҡара бул, зәһәр бул дошманға;
Сер бирмә һыналған ҡуштанға,
Башыңа бетеү ҡыл һаҡлыҡты.


1918