0%

Вокзалда

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Вокзалда (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (46-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ВОКЗАЛДА


Оҙатырға сыҡтым һине.
Йылмайыуың – яһалма.
Күңелем – ҡыҙған табала,
Ә йөрәгем – табанда…

Ҡотһоҙ ҡоллоҡ бығауҙары
Сереп, ыуалып бара.
Күҙҙәремә түгел,
Текләп,
Үткән юлыңа ҡара!

Аҙым һайын саф хистәрҙе
Иҙгән аяҡ эҙең бар.
Ул юлдарҙа сәскә түгел,
Ята бары һалҡын ҡар…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.