Jump to content

Ҡалтыранған ҡулдар яҙа

From Wikisource
Ҡалтыранған ҡулдар яҙа (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 18.02.1985. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (46-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠАЛТЫРАНҒАН ҠУЛДАР ЯҘА


«Я вас люблю, чего же боле...»
А.С.Пушкин


Ҡалтыранған ҡулдар яҙа
Һөйгән йәренә сәләм...
Ғорурлыҡ ҡаяһын уя,
Әйтерһең ошо ҡәләм.

Татьяна, һин бөгөн миндә ­–
Мин дә яҙам сәләм-хат:
«Китмә, китмә яндарымдан,
Диңгеҙ, ярҙарыңа ҡайт!»

Инде тормош тулҡынынан
Ярҙар ашалып бөткәс,..
Килерһең микән яныма
Һөйөшөр ваҡыт үткәс?!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.