0%

Кем һуң әйтте?

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Кем һуң әйтте? (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 07.08.1984. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (47-се бит) ISBN 5-295-03798-3


КЕМ ҺУҢ ӘЙТТЕ?*


Кем һуң әйтте, юлдарыңда
Гөлдәр үҫеп торасаҡ, тип,
Һин ярата алған кеше
Иң бәхетле буласаҡ, тип.

Кем һуң әйтте, иҫләмәйем,
Тик һүҙҙәре онотолмай,
Берҙән-бергә бағышланған
Наҙлы һөйөү йырым тынмай.

Ләкин йырым, шаңдау булып,
Яңғырай ҙа кире ҡайта,
Берҙән-берем башҡаларға
Наҙлы һөйөү һүҙен әйтһә…

Кем һуң әйтте, һин яратҡан
Иң бәхетле буласаҡ, тип,
Тик әйтмәне, яратҡанда
Күҙең йәшкә туласаҡ, тип.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.