Ашыҡтырма

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Ашыҡтырма (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 19.03.1990. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (16-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


АШЫҠТЫРМА


Терелергә, үрелергә,
Мөхәббәткә күмелергә,
Был күңелем әҙер кеүек
Йырғанаҡтай түгелергә.

Һағыштарым баҫыуында
Шатлыҡтарым шытым бирә,
Инде туңған йөрәгемдә
Ҡалды микән урын һиңә?

Хистәремде бер бағыуҙан,
Дөрләп кенә янһын, тимә.
Ашыҡтырма,
Боҙҙо тишеп,
Умырзая ҡалҡып килә.
Һалҡын, тимәй…




CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.