Мөхәббәт тыуғанда (шиғыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мөхәббәт тыуғанда (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (15-се бит) ISBN 5-295-03798-3


МӨХӘББӘТ ТЫУҒАНДА


Ышанам,
мөхәббәт тыуғанда
Иңдәрҙә ҡанаттар тойғандар,
Бары тик һандуғас телендә
Кистәрен һөйләшә торғандар.

Һөйләшә...
Һүҙ – күпер хистәргә.
Ә һүҙҙәр булмаһа нишләргә?
Бына мин ҡараһам күҙеңә
Юҡ була әйтәһе һүҙгенәм.

Өнһөҙ ҙә аңланым мин һине,
Йыр тулы, моң тулы һөйөүҙе.
Күҙҙәрҙә “әйтелгән” һүҙҙәрҙә
Сағыла Ай, Ҡояш, Ер үҙе.

Мөхәббәт бер генә, сер генә,
Төшөнөп бөткөһөҙ серенә,
Мөхәббәт һөйләшә, ахыры,
Тик утлы ҡараштар арҡылы...




CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Heckert GNU white.svg
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.