Әлегә (шиғыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Әлегә (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (16-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ӘЛЕГӘ


Асылмаған планетам һин,
Яҙылмаған шиғырҙарым,
Булмышыңдан илһам алып,
Күңел йырын сығарамын.
Һин - йыһаным, байҡалмаған,
Йондоҙҙары балҡымаған,
Һин - маяғым, тура юлды
Яҡтыртмаған, саҡырмаған.
Һин - үткәнем хәтирәһе,
Ел-ямғырҙан юйылмаған.
Һин тик шишмә, нур-ҡояштың
Сатҡыһына ҡойонмаған.
Һин бит усаҡ - бер шырпынан
Күккә ашып дөрләмәгән;
Һин - таш-ҡая,
             йән һыҙырып,
Үрҙәренә үрләнмәгән.
Асылырһың,
          табылырһың,
Яҙылырһың минән генә,
Сәйер һөйөү тәмен татыу
Яҙған икән һиңә генә,
Миңә генә...
Һиңә генә…




CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.