Ауыл кисе

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ауыл кисе (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (87-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ауыл кисе


Төн шыуыша ауыл ҡосағына:
Тәҙрәләрҙә уттар терелгән.
Һыйыр мөңрәй.
Күнәк сыңлатып,
Бәхет һауа уңған килендәр...
Әрем, сәскә, йәшел үлән еҫе,
Яңы һауған һөткә ҡушылып,
Талғын иҫкән елдә тирбәлә лә
Хасил итә ауыл хушбуйын...
Төн шыуыша...
Ауыл ойоһа ла,
Талған күҙҙәр әле уяуҙар.
Төнөн өндәр, хистәр һөйләшәләр,
Хәжәт түгел сағыу буяуҙар.
Төнгө һунарҙағы бесәй күҙе –
Тәҙрәләрҙә уттар ҡабынған...
Өндәшмәсе берүк,
Был йөрәгем
Өнһөҙ матурлыҡҡа табына...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.