Jump to content

Яҙ - ҡатын-ҡыҙ

From Wikisource
Яҙ - ҡатын-ҡыҙ (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (88-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Яҙ - ҡатын-ҡыҙ


Яҙ – ҡатын-ҡыҙ!
Шаталаҡ ҡыҙ –
Селтер-селтер,
Йырғанаҡтар булып көлгән,
Муйынына ялтыр-йолтор
Селтәр-мәрйен теҙеп-теҙгән…

Яҙ- ҡатын-ҡыҙ!
Шаян ҡатын –
Селтәр шәлен ябынған да
Шат ҡояшҡа күҙен ҡыҫа,
Ҡолағына тамсы-алҡа,
Сәстәренә боҙбармаҡтан
Йәйғор-тараҡ тағылған да!

Яҙ – ҡатын-ҡыҙ!
Көләс әбей –
Ер-арҡаһын
Көнгә ҡуйып иҙерәткән,
Аҡ йөҙөндә юлаҡ һырҙар…
Гөрләүектәй гөрләп кенә,
Ғүмер ебен иләп кенә,
Нур-йомғағын тәгәрәткән.

Яҙ – ҡатын-ҡыҙ!
Егет-ҡыштың,
Ир-уҙаман, олпат ҡарттың,
Ҡосағына бер һыйынып,
Бер ысҡынып,
Бер йылынып,
Көлә-илай,
Илай – көлә
Йәшлегенә ҡабат ҡайта…
Яҙ һәм Һөйөү никахына
Ел-уҙаман уҡый бата!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.