Атай миҙалы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Атай миҙалы (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (124-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Атай миҙалы


     Афған һуғышы яланында
     һәләк булған атаһының миҙалын
     улына тапшырғанда
Үлмәгән...
Күммәгән ер-гүргә
Батырҙы тик хәтер ҡулдары...
Ҡояштай йылмая бүлмәлә
Һуғышты күрмәгән улҡайы.
Малайҙың йөҙөндә ғорурлыҡ,
Һоҡланыу өр-яңы миҙалға.
“Атайһыҙ” тигән һүҙ әлегә,
Әлегә ят әле, ят уға.
Күк йөҙө салт аяҙ.
Күңелле.
Бәхетле бала саҡ илендә.
Үҙ өйө.
Үҙ ере.
Ҡалаһы.
Атаһы һуғышҡан “тегендә”.
“Тегендә”...
Был өнһөҙ ҡараштар
Нимәне һуң эҙләп аҙашҡан?!
Ниңә һуң тәбиғәт кешене
Уйланмаҫ йән итеп яратмай?
Уйлана...
Ни өсөн?
Кем өсөн?
Миҙалдар үлгәндәр түшенә?
Алдатҡыс, әүрәткес был ялтыр һүҙҙәрҙән
Тик Әсә йөрәге өшөнө.
Урланған атайлыҡ – балалыҡ яраһы,
Миҙалға әйләнгән кешеләр...
Ғәйепле ярандар көҫәйҙәр арзан дан,
Үҙҙәре тик мәйет ишеләр.
Миҙалға әйләнгән кешеләр
Балҡыйҙар малайҙар түшендә...
Атаһын ҡосаҡлай улҡайы
Бары тик төшөндә,
Төшөндә...



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.