“Диләфрүзгә дүрт кейәү”
спектакленән һуң
Эй, тамаша:
Сәхнәләге уттан,
Биҙәктәрҙән күҙҙәр ҡамаша:
Тамашасы, ихлас көлә-көлә,
Диләфрүзгә кейәү һайлаша.
Халыҡ килгән бөгөн театрға
Онотолор өсөн бер аҙға,
Ул һиҙмәҫме, әртис менюһында
Сәй ҙә картуф инде бер аҙна?
Сәй-шәкәргә, икмәк, һөт алырға
Кемдән генә аҡса һорарға?
Күҙҙәремдә хәсрәт сағылмаҫмы?
Халыҡ килгән көлкө ҡарарға!
Кешеләрҙең рухын дауаларға,
Йәшәр өсөн өмөт өрөргә,
Бар һәләтен һалып, ҡоламайса,
Йәш сыҡһа ла күҙҙән, көлөргә
Тейеш, тейеш йырсы, әртис халҡы,
Улар өсөн йәшәү – сәхнәлә!
Шаршау артынан тик күҙен ҡыҫа
Ысынбарлыҡ –
Үҙе шәп-шәрә...
Эй, тамаша,
Юҡ, сәхнәлә түгел,
Илебеҙҙә хандар талаша,
Тәхет берәү икән – түрә меңәр,
Доллар менән һумдар һынаша...
Диләфрүзкәй,
Һине күрергә тип,
Ҡарт ҡарама төбөн тапаны
Нисә егет?
Әммә көтөп-көтөп,
Бәхет тик берәүҙе һайланы –
Байлыҡ, хөрлөк иле алданы…