Атһыҙ иргә шыбырлайым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Атһыҙ иргә шыбырлайым (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 15.01.1998. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (123-сө бит) ISBN 5-295-03798-3


Атһыҙ иргә шыбырлайым


Үткән дәүер… Урал батыр кеүек,
Аҡбуҙ атта елгән ир-егеттәр.
Уң ҡанаты ат булғанға, халыҡ
“Ир” һүҙенә ҡушҡан бик электән.
Яу ҡырында ире һәләк булһа,
Эйәр сыңғырҙатып аты ҡайтҡан.
Башҡорт тигән ирҙе ҡорота алмай
Дошмандарҙың күпме башы ҡатҡан.
Саялығы, илгә тоғролоғо,
Ергә мөхәббәте хайран иткән.
Яуҙа еңгән башҡорт, ҡурай һуҙып,
Буҙа эсеп кенә байрам иткән.
Балалары, әсәләре өсөн,
Йән биререҙәй сая бөркөт булған,
Ҡай арала, дилбегәһен өҙөп,
“Ир” янынан “ат”ы өркөт ҡуйған?

Ҡай арала башҡорт “бер ярты”ға
Ғәзиз “ат”ын һатыр көнгә еткән?!
Ҡай арала алтын киләсәкте
Алмаштырған баҡыр көндәлеккә?

Ҡыуанһа ла була инде дошман –
Ғорур башҡорт әйҙә аунап ятһын.
Гөл баҡсаһы итер үҙ ерендә
Аҫыл ирҙәр ҡалған исем-атһыҙ.
Өркөп ҡасҡан толпар тонған күҙҙән,
Тишек кеҫә, һаҫыҡ ауыҙҙан…
Аттар утлай…
Атһыҙ ирҙәр йоҡлай.
Ни мәғәнә шиғыр яҙыуҙан?
Шыбырлайым:
“Йә кем ҡороҡ ташлар?
Ана, аттар утлай ҡамылда.
Яныңда…”



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.