Дүртенсе күренеш
Тауис (батша тәхетендә ултыра). Уф, Һайрағым килә. Бөтә ҡоштарҙы таң ҡалдырып Һайрағым килә.
Һаҡсы Бөркөттәр Тутыйғош менән Ҡарғаны алып инә.
Тутыйғош (ҡалтыранып). Ба-атша-бикәм! Мин һиңә йырсы алып килдем. Ул һине һайрарға өйрәтер.
Тауис (Ҡарғаға ҡарап). Ошомо йырсы? Ҡара ҡарға бит был. Төҫ-башы ла юҡ, исмаһам.
Тутыйғош. Улай тимә, батшабикәм. Уның тылсымы бар.
Ҡарға (ҡаушауынан ҡарҡылдап ебәрә). Ҡар! Бар,бар!
Тауис. Йә, күрһәт, ниндәй тылсым ул?
Ҡарға. Мин уны һандуғастан һатып алғайным. Уралдан килтергән. Шуға ҡарай ҙа илай, шуға ҡарай ҙа йырлай ул.
Тауис. Ә ни өсөн һатты ул һиңә тылсымын?
Ҡарға. «һин дә һайрарға өйрән», — тине.
Тутыйғош. Эйе-эйе, уҙем күрҙем һатып алғанын.
Тауис. һеҙҙең әкиәтегеҙгә ышанырға мин алйот мәллә? Йырлап күрһәт, улай шәп булғас, Ҡарға!
Ҡарға (алдаша). Хәҙер, хәҙер! Ни бит әле... Скрипкам өйҙә ҡалған. Мин скрипкала уйнап ҡына йырлай алам. Бынау тылсымлы тупраҡ өсөн аҡса ғына бирегеҙ ҙә...
Тутыйғош (хәйләләп). Ул тупраҡта алтын үҫә, ти, батшабикәм. Беҙ уны гөл һауытына Һалайыҡ та һыу һибәйек.
Ҡарға. Дөрөҫ, дөрөҫ, шулай итегеҙ!
Тауис. Уф, һайрағым килә.
Тутыйғош. Ҡарға, йә өйрәт инде. Тылсымлы тупраҡҡа ҡара ла йырла. Мин тәржемә итеп торормон.
Ҡарға (йән көсөнә). Ҡар-ҡар-ҡар...
Тутыйғош. Ҡар-ҡар-ҡар...
Тауис. Ике алдаҡсы! Ундай йыр буламы ни? (һаҡсы Бөркөттәр инә.) Алдашҡандары өсөн ниндәй яза бирәйек?
1-се Бөркөт. Зинданға ябайыҡ.
2-се Бөркөт. Илдән ҡыуайыҡ. Алдаҡсылар һеҙҙең илдә йәшәргә тейеш түгел!
Тауис. Түгел! Хәҙер үк бойороҡ яҙайым. Бер тәүлек эсендә беҙҙең илде ҡалдырып китһен был ике яуыз.
Һаҡсылар Тутыйғош менән Ҡарғаны алып сығып китә лә кире инә.
Тауис. һандуғасты килтерегеҙ!
Һаҡсылар һандуғасты алып инә.
Тауис (тупраҡҡа күрһәтеп). Был нимә ул?
һандуғас. Тупраҡ. Минең тыуған тупрағым!
Тауис. Тылсымы ла бармы?
һандуғас. Бар, батшабикә, бар!
Тауис. Алтын үҫәме ни унда?
һандуғас. Үҫә шул, үҫә.
Тауис (Һаҡсыларына). Тутыйғош алдамаған икән. Уны илдән һөрмәгеҙ.
һандуғас. һорау бирергә мөмкинме, батшабикә?
Тауис. Мөмкин.
һандуғас. Минең тыуған тупрағымды кем килтерҙе һеҙгә?
Тауис. Ҡарға менән Тутыйғош, һинән һатып алдым, тине Ҡарға.
һандуғас (иҫе китеп). һатып? Тимәк, урлаған.
Тутыйғошто алып инәләр.
Тауис. Дөрөҫөн генә әйт, тупраҡты кем урланы? һинме, Ҡарғамы?
Тутыйғош (теле тотлоғоп). Икәүләп.
Тауис. Икәүләп? Ә мин һине аҡлаған булам тағы. һин алдаҡсы ғына түгел, уғры ла икәнһең.
Тутыйғош. Кисер, батшабикәм!
һандуғас. Нимәгә урланығыҙ уны?
Тутыйғош. Батшабикәмде бик-бик йырларға өйрәтке килгәйне.
Тауис. Йә, ярар, кисерәм һине. Минең өсөн тырышҡанһың икән. Ләкин һарайҙа һиңә урын юҡ.
Тутыйғошто Һаҡсы Бөркөттәр алып сығып китә.
Тауис (һандуғасҡа). Тупрағыңды кире ҡайтарырмын. Башта шуны әйт: нимәгә алып килдең уны Уралдан?
һандуғас. Йөрәгемә дауа ул. Илемде һағынғанда күкрәгемә ҡыҫам уны. Мине бәлә- ҡазанан һаҡлай, Ватанымды иҫкә төшөрөп тора.
Тауис. Моң да бирәме?
һандуғас. Эйе.
Тауис. Ә ниңә мине өйрәтмәйһең, улайһа?
һандуғас. Кисер, батшабикә! Мин, ысынлап та, Уралда ғына өйрәтә алам һине. Бында һауа етмәй миңә. Тыным ҡыҫыла. Телем көрмәлә.
Тауис. Ышандырҙың. Ярай, яҙ еткәс, Уралға ҡунаҡҡа барырмын.
Һандуғасҡа тыуған тупрағын кире ҡайтара.
Сәскә. Яҙ еткәс тә, һандуғас Тауисты Уралға ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Ләкин батшабикәнең һайрау серенә өйрәнергә түҙемлеге етмәгән. Шуға күрә һаман һайрай белмәй, ти.
Шуның менән тамаша бөтә.
|