Jump to content

Тыуған көн(инсценировка). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Тыуған көн ( инсценировка )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл



Ҡатнашалар:

Гөлнәзирә

Батыр

Башҡортостан Республикаһы Флагы

Башҡортостан Республикаһы Гербы

Сәғәт олатай

Балалар


Тыуған көн


Батыр. һөйөнсө, Гөлнәзирә! Бөгөн — минең тыуған көнөм!

Гөлнәзирә. һөйөнсө? Тыуған көндә һөйөнсө Һорайҙармы ни?

Батыр. Белеп торам бит инде: барыбер бүләк әҙерләгәнһеңдер! Гөлнәзирә, һин мине шаяртаһың, шулай бит? Бөгөн — 11 октябрь!

Батыр. Дөрөҫ, дөрөҫ. 11 октябрь! Минең тыуған көн. Гөлнәзирә, һин йәй көнө тыуғанһың. Июль айында. Беләм дә инде!

Батыр. Минең тыуған көнөм икәү! Икенсеһе — 11 октябрь!

Гөлнәзирә. Бер кем дә ике тапкыр тыумай. Уф, етер! Шаяртма, тинем бит инде.

Бәхәсләшеп китәләр, һәр ҡайһыһы үҙенекен иҫбатларға тырыша.

Батыр. Ышанмаһаң, Сәғәт олатайҙы саҡырам хәҙер. Ул аңлатып бирер. (Батыр Сәғәт олатайҙы алып инә.)

Гөлнәзирә. Сәғәт олатай, һин донъялағы бөтә нәмәне лә беләһең. Ҡояш менән бер йәштә бит һин. Әйт әле, зинһар өсөн, кеше ике тапҡыр тыуамы ни?

Батыр. Тыуа шул, тыуа!

Сәғәт олатай (уйланып тора). Бөгөн — 11 октябрь! Тарихи көн! Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө!

Гөлнәзирә. Әйттем бит, яңылышаһың, тип, Батыр!

Сәғәт олатай (тантаналы). Дөрөҫ әйтә. Тыуған илебеҙҙең тыуған көнө — һәр беребеҙҙең дә тыуған көнө ул, ҡәҙерлеләрем!

Батыр. Ҡунаҡтарһыҙ байрам буламы ни? Ҡунаҡтар саҡырайыҡ, Сәғәт олатай.

«Тыуған көнгә саҡырам!

Тыуған көнгә саҡырам!

Тиҙерәк килегеҙ!» — тип, Батыр сәхнә буйлап йүгереп әйләнә. Балалар инә.

Гөлнәзирә. Бына дуҫтарыбыҙ килеп тә етте.

Сәғәт олатай. Ватаныбыҙҙың тыуған көнөн күңелле үткәрәйек, балалар! Туған телебеҙҙә шиғырҙар һөйләйек, йырлайыҡ! Бейеп тә алайыҡ! Йә, кем башлай?!

Балалар уйнай, йырлай, бейей.

Сәғәт олатай. Ватаныбыҙ — Башҡортостан. Башҡортостан башҡорт иле тигәнде аңлата. Башҡорттар Уралтау буйҙарында борон-борон замандарҙа уҡ ил булып йәшәгән.

1-се бала. Тыуған илебеҙҙең республика икәнен ҡайҙан беләбеҙ ул, Сәғәт олатай?

Сәғәт олатай. (тантаналы). Башҡортостандың Гимны яңғыраһын! Гимнды аяҡ үрә баҫып тыңлайҙар. (Гимн яңғырай.)

2-се бала. Ә ни өсөн аяҡ үрә баҫып тыңлайҙар?

Сәғәт олатай. Гимн Башҡортостандың дәүләт, республика икәнен аңлата, ҡәҙерлеләрем! Гимн — ул изге көй!

Балалар (тантаналы). Гимн — ул изге көй!

Батыр. Сәғәт олатай, минең рәссам булғым килә.

Гөлнәзирә. Туҡта әле, байрамды бүлдермә! Аҙаҡтан хыялланырһың.

Сәғәт олатай. Йә, һөйлә, һөйлә хыялыңды?! Батыр. Рәссамдар илдең Гербын, Флагын эшләй.

Сәғәт олатай. Теләгең изге, улым!

Гөлнәзирә. Ватаныбыҙҙың тыуған көнөнә Герб менән Флагты ла ҡунаҡҡа саҡырмағанбыҙ Һаман...

Сәғәт олатай. Иң етеҙ егеттәрҙе ебәрәйек. Һаҡлап ҡына алып килһендәр.

Милли кейемдәге хәрби егеттәр бейеүе башҡарыла. Тантаналы музыка яңғырай. Шул уҡ хәрбиҙәр Герб менән Флагты сәхнәгә алып сыға. Бөтәһе лә аяҡ үрә баҫып тора. Герб менән Флаг сәхнәнең уртаһында.

Сәғәт олатай. Герб менән Флаг, ҡәҙерлеләрем, шулай уҡ дәүләт билдәләре. Улар изге!

Балалар. (бергәләп). Герб менән Флаг изге!

Герб. Салауат батыр Һәйкәле,

Йөҙөмдә минең балҡый.

Саҡырамын бар халыҡты

Изгелеккә, яҡшылыҡҡа

Мин мәңге, ғүмер баҡый!

Балалар был шиғырҙы бергәләп ҡабатлай.

Флаг. Көндән-көн арта бара

Республикамдың көсө.

Кешеләр бик яраталар

Миндәге бөтә төҫтө.

Сәғәт олатай. Ҡәҙерле балалар, Флагтағы төҫтәр нимәне аңлата ул?

1-се бала. Зәңгәр төҫ ул — күктәр төҫө, Куңелдәрҙең сафлығы,

Тыуған илендә ҡыуанған

Кешеләрҙең шатлығы.

2-се бала. Ап-аҡ төҫ балҡый Флагта, Дуҫ йәшәй бит илемдә

Бөтә кеше.

һөйләшәләр

Улар туған телендә.

3-сө бала. Йәшел төҫ ул — йәшәү төҫө, Билдәһе мәңгелектең.

Аяҙ булһын, тыныс булһын,

Ҡыуандырһын Һәр бер көн!

Сәғәт олатай. Флагтың уртаһында ҡурай нурлана, дуҫтарым!

4-се бала. Халыҡтарҙың берҙәмлеген

Аңлата ҡурай тажы.

Ҡурай моңо — ул изге моң,

Сафтан-саф, шундай наҙлы!

Гөлнәзирә. Башкортостан — Тыуған илем,

Донъяла ул берҙән-бер.

Үҫтерә, көс бирә беҙгә,

Әсәм кеүек, тыуған ер.

Батыр. Башҡортостан — Тыуған илем,

Минең ғәзиз төйәгем,

Атам кеүек, аҡыл бирә,

Ватанымды Һөйәмен!

Бөтәһе бергә.

Башҡортостан — Тыуған илем,

Башҡортостан — тыуған ерем!

Дан уға, мәңгелек дан!

Йәшәһен беҙҙең Ватан!!!