Jump to content

Хәйерле иртә(инсценировка). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Хәйерле иртә! ( инсценировка )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл



Ҡатнашалар:

Ручка — ҡыҙ

Ҡәләм — малай

Юйғыс — ҡыҙ

Ҡәләм ослағыс — ағай


Беренсе күренеш


Ваҡиғалар өй эсендә бара. Өҫтәл артында Ручка шиғыр яҙып ултыра.

Ручка (яҙғанын ҡысҡырып уҡый). Хәйерле иртә, Матур сәскәләр!

Ҡәләм (йоҡлап ятҡан еренән күҙен ыуа-ыуа). Ниңә йоҡо маҙаһы бирмәйһең? Иртән иртүк ҡысҡырып һөйләнеп ултыраһың!

Ручка (илһамланып). Тыңла, Ҡәләм, бына тыңла! Яңы шиғыр тыуҙы. Хәйерле иртә, Матур сәскәләр!

Ҡәләм. Етер, тим! Йоҡом килә!

Ручка (тағЫ ла ҡыскырыбыраҡ). Сәскәләр! «Сәскәләр»гә рифма табырға кәрәк!

Ҡәләм (Һикереп тора ла Ручканың шиғырын тартып алып йыртып ташлай). Бына шул кәрәк һиңә!

Ручка. Ә мин яттан беләм уны. Хәйерле иртә, Матур сәскәләр!

Ҡәләм (үсекләй). Хәйерһеҙ иртә, осло сәнскеләр!

Ручка. Яңылыштың, улай түгел!

Ҡәләм (көлөп). Минең ҡолағыма шулай ишетелде! Ха-ха-ха! Хи-хи-хи!




Икенсе күренеш


Ручка (шиғырын яңынан яҙып ултыра). Хәйерле иртә...

Ҡәләм (Ручканың артынан килеп, уның шиғыр яҙған ҡағыҙына «2» билдәһе ҡуя), һиңә — «2».

Юйғыс (инә). Ниңә аҡырышаһығыҙ ул? Мин эш бөтөрөп йөрөйөм. Тупһаны һепереп сығарҙым.

Ручка (илай). Юйғыс, Ҡәләм минең шиғырыма «2» билдәһе ҡуйҙы.

Ҡәләм. Шиғыр түгел бит ул, һүҙ бутҡаһы!

Ручка. Тыңла, Юйғыс: һөйләп күрһәтәм! Хәйерле иртә, Матур сәскәләр!

Юйғыс (Һикереп-Һикереп бейеп китә. Ҡабатлай). Хәйерле иртә, алһыу сәскәләр!

Ҡәләм уға аяҡ сала. Юйғыс ҡолап китә. Ручка Юйғысҡа торорға ярҙам итә.

Ҡәләм. Минең шиғырым һәйбәтерәк. Хәйерле иртә, осло сәнскеләр!

Юйғыс (ҡағыҙҙан «2» билдәһен юйып ташлай). һинең яман эшеңде төҙәтеүе миңә бер ни тормай, Ҡәләм!

Ҡәләм (яңынан «2» билдәһе ҡуйырға тырыша). Минме? Минме үҙ һүҙемде бирәм?!

Ручка. Ә һин шиғырҙы аңламайһың, Ҡәләм. Ә һин үҙең белмәйһең.

Көрмәкләшеп китәләр.

Ҡәләм (ҡысҡырып ебәрә). Уф, билем һынды! А-а-а, билем һынды!




Өсөнсө күренеш


Ҡәләм. Ауырта, билем ауырта!

Ручка. Тыныслан, тим! Юйғыс хәҙер Ҡәләм ослағысты алып килә.

Ҡәләм. һин генә ғәйепле!

Ручка. Юҡ, һин!

Юйғыс менән Ҡәләм ослағыс инә.

Ҡәләм ослағыс. Эштәр харап шикелле бында! Ҡәләмдең ыңғырашҡан тауышы урамға ишетелә.

Ҡәләм. Ауырта, билем ауырта!

Ручка. Ярҙам итһәңсе, ағай!

Юйғыс. Ул үҙе сәбәпсе инде имгәнгәненә.

Ҡәләм ослағыс. Аңланым! Ни булғанын миңә һөйләп бирҙең бит инде, Юйғыс.

Ҡәләм. Юҡ, улар үҙҙәре тыңлауһыҙ!

Ҡәләм ослағыс. Ҡәләм, һиңә бер шартым бар. Әйҙәгеҙ, бергәләп Ручканың шиғырын яҙып бөтөрәйек.

Ручка. Ур-ра!

Юйғыс. Мин дә шиғыр сығара беләм ул.

Ҡәләм. Билем ауыртҡас, башым эшләмәй! Үҙегеҙ генә уйлағыҙ.

Ҡәләм ослағыс. Әйттем бит, бергәләп, тип.

Ҡәләм. Ярар һуң, ярар! Тиҙ булығыҙ! Әйҙә, Тиҙ булайыҡ. Уф, ауырта!

Ручка (шиғырын Һөйләй). Хәйерле иртә, Матур сәскәләр!

Юйғыс. Сәскәләр көлә...

Ҡәләм. Улар — сәнскеләр.

Ҡәләм ослағыс. һинең телең сәнскеле, Ҡәләм!

Ҡәләм. Ярамаған тағы! «сәскәләр» — «сәнскеләр»: шәп рифма!

Ручка. Шәп түгел!

Юйғыс. Әһ-һә, хәҙер әйтәм: сәскәләр көлә, нурҙар сәсәләр!

Ҡәләм ослағыс. Вәт, исмаһам, шиғыр!

Ручка. Хәйерле иртә, Матур сәскәләр! Сәскәләр көлә, Нурҙар сәсәләр!

Ручка менән Юйғыс шиғырҙы икеһе бергә яттан һөйләй.

Ҡәләм. Ярар, мин иртәгә ятлап алырмын! Уф, билем! Уф, билем!

Ҡәләм ослағыс. Әйҙә, Ҡәләм дуҫ, бәләкәй генә операция яһап алайыҡ үҙеңә.

Ручка менән Юйғыс. Шәберәк яһа, ағай! Интекмәһен, Ҡәләм!

Ҡәләм ослағыс (ҡулдары менән Ҡәләмде Һыпырып). Әпсен-төпсөн, шайтан үпһен!

Ҡәләм. У-у-ф-ф! Рәхәт булып ҡалды. Рәхмәт, ағай!

Ҡәләм ослағыс. Йә, башың эшләйме хәҙер?

Ҡәләм. Эшләй, эшләй! Хәйерле иртә, Матур сәскәләр! Сәскәләр көлә, Нурҙар сәсәләр!